+30 °С
Ясно
VKOKМакс
Хәтер
10 Марта 2023, 10:09

Бәһлеүән Сабир ағай

 20 мартта күренекле прозаик, журналист һәм тәржемәсе Сабир Шәриповтың тыуыуына 75 йыл тула.  Ошо айҡанлы журналист, яҙыусы, политолог Иршат Теләүембәтовтың "Бәйләнештә" селтәрендә Сабир Нәғим улы тураһында яҙған иҫтәлеген тәҡдим итәбеҙ.

Бәһлеүән Сабир ағайБәһлеүән Сабир ағай
Бәһлеүән Сабир ағай

"Фамилиям Шәрипов бит минең!"- тип әйтер ине ул.

Уға 20 мартта 75 йәш булыр ине. Минеңсә, алданыраҡ баҡыйлыҡҡа китте шул. Улай тиһәң, юҡ, ул шау-шыулы байрам сараларына, үлтереп маҡтауҙарға һис кенә лә мохтаж түгел ине. "Халыҡ яҙыусыһы" исемен алып өлгөрмәһә лә, күптән халыҡ яҙыусыһы булғайны.
Мин әҙәбиәткә килеүемә ике ҙур әҙипкә бурыслымын. Ауылдашым, хатта күршем, талантлы шағир Самат ағай Ғәбиҙуллин тәүге хикәйәләремде һыҙғылап-төҙәткеләп Бөрйәндең "Таң" гәзитендә баҫтырҙы. Ә республика матбуғатында күренә башлауыма тап Сабир ағай Шәрипов юл һалды. Ул, үҙенә генә хас булғанса, бер нисә һүҙҙе бер генә тос, ҡолаҡҡа яғымлы һүҙгә алмаштырып, хикәйәләремә "ит" ҡундырҙы. Мәҫәлән, "төп башына ултыртты" тигәнгә "һемәйтте", "тиҙ генә ашап ҡуйҙы"- "йыпырып ҡуйҙы" һ.б. Тап шунда мин ололарыбыҙҙың һөйләшенә иғтибар итеү зарурлығын аңланым. Ысынлап та, урыҫ теленән башҡортсаға туранан-тура тәржемә ителгән, "кирбес" кеүек рәсми һүҙҙәр ялҡытҡайны бит!
Яҙыусы Сабир ағайҙы, иң тәүҙә, балыҡсы булды, тиһәк, яҙыҡ булмаҫ ине. Уның Иглиндағы баҡсаһына барып балыҡ тотоуыбыҙ әле лә хәтерҙә. Әлбиттә, балыҡ гел булып тормай бит. Шуға ла көнө буйы йөрөп-йөрөп тә бер нәмә лә эләкмәгәс, үҙ уйҙарыбыҙға бирелеп, өндәшмәй генә ҡайтабыҙ. Ә рюкзак тулы балыҡ булһа, кәйефебеҙ ҙә көр булды. Сабир ағай ҡайтҡансы көлә-көлә күңелле хәбәрҙәрен теҙер ине. Хәтеремдә, өйҙөң бер мөйөшөндә ағайҙың күпте күргән баяны ултырҙы. Мин, ғәҙәтемсә, бейеү көйҙәрен һыҙҙырам. Ә Сабир ағай, күҙен йомоп уйлана-уйлана, боронғо башҡорт көйҙәрен һуҙып ебәрмәһенме? Тик көн режимы шуның менән бөтһәсе икән? Сабир ағай:"Әйҙә, бер генә партия!"- тип шахматын теҙә башлар ине. Тик бер генә партия тигәнебеҙ төнгө 2 йәки 3-кә тиклем һуҙылып китә. Ә таңғы 7 тулыр-тулмаҫ борон ул:"Тор, ҡарасман, ошо мәлдә балыҡ шәп ҡарпый!"- тип уята ла башлай. Күҙеңде тырнай-тырнай уның артынан йүгерәһең инде!
Сабир ағай башҡа егеттәрҙе лә балыҡҡа барырға эйәртте. Белорет педагогия училищеһында уҡыған сағында уҡ спорт ярыштарында ал бирмәүен, гер күтәреү буйынса беренсе булыуын, оҫта баянсы булараҡ дан алған ағайҙың көн режимына күптәр сыҙай алманы. Бер тапҡыр барҙылар ҙа һыпыртыу яғын ҡаранылар. Миңә былай әрләү һүҙе эләкмәне. Гел йылмайып ҡул бирер булды. ( "Шәп кәләш алып бирәм!"-тип үҙе яусы булып барып та ҡасып ҡалғас, бурылдап йөрөгәнен иҫәпкә алмағанда инде!) Ысынлап та, ул, кешенең кем булыуын ҡарап тормай, бәреп әйтә лә ҡуя ине. Ҡапыл ошонда Дамир Шәрәфетдиновҡа бәйле бер мәҙәк иҫкә төштө. Бер ваҡыт ағай уны ныҡ ҡына туҙҙыра бит! Хатта ҡысытмаған ерең ҡысытыр! Холҡо бик тыныс булған бәләкәй буйлы Дамир, ғәрлеге килеп йоҙроғон төйнәй-төйнәй, бәһлеүән ағай эргәһенә барып баҫмаһынмы!?
- Ишшу берҙе ауыҙыңды асһаң, мин һине туҡмайым да ташлайым! Белдеңме!?
Беҙ тәгәрәп ятып көлә башланыҡ. Әлбиттә, эш бында кәүҙәлә түгел. Уларҙың икеһе лә ҙур талант эйәһе булды. Ауыр тупраҡтары еңел булһын уларҙың!
Яҙыусы Сабир ағай балыҡсы ғына түгел, көслө шахматсы ла булды. Редакцияла эшләгән ағайҙар әүәл-әүәлдән төшкө аш мәлендә шахмат уйнаны. Улар бер-береһен йә ҡеүәтләп тә, йә төрттөрөп тә алдылар. Сабир ағай шәп кенә йөрөш яһаһа:"Үәт, фамилиям Шәрипов минең!"- тип усын ыуалап-ыуалап ҡуя торғайны. Алты журнал редакцияһы Октябрь проспектында урынлашҡан саҡта ял бүлмәһенә барып инһәм, ул Венер ағай Йәнбәков менән шахмат уйнап ултыра. Сабир ағай ниңәлер уйға ҡалған. Венер ағай:
- Һинең фамилияң кем әле, Сабир? Әллә оноттоңмо? Ана һинең помощнигың да килеп инде, - тип төрттөргән була. Әлбиттә, мин ағайҙар кеүек шахматты яҡшы беләм, тип дәғүә итмәйем. Шулай ҙа бер шәп йөрөштө һиҙеп ҡалдым бит!
- Сабир ағай!
- Нимә?!
- Миңә һинең фамилияң иҫкә төштө: Шәрипов бит! Атың менән йөрөһәң, хатта двойной Шәрипов була ла ҡуя. Ике фигураның береһен алып ырғытһаң, был ағайға ҡул күтәрергә күп тә ҡалмаған!
Эре генә ултырған Венер ағай миңә ҡысҡыра башланы. Ә мин үҙ мәлендә тайып өлгөргәйнем инде.
Сабир Шәриповтың әҫәрҙәрендә халҡыбыҙҙың тел-стиль үҙенсәлектәре, тормош-көнкүреше, ғөмүмән, характеры күҙ алдына килеп баҫа. Танһыҡ күреп уҡыйым мин уның әҫәрҙәрен! Ағай үҙе лә беҙгә танһыҡ! Ҡайһы саҡта күңелһеҙ хәбәрҙәрҙән, тормоштоң ығы-зығыларынан арып китһәң, Сабир ағай:"Әйҙә, ҡарасман, киттек баҡсаға! Исмаһам, әҙерәк ял итеп ҡайтырбыҙ,"- тигән кеүек була.
Эй, ағай!.. Бәһлеүән Сабир ағай!..
 
Фото: bashgazet.
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас