+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Хәтер
15 Март 2023, 08:12

Тәүге башҡорт осоусыһы

Данлыҡлы башҡорт осоусыһы, Өфө аэроклубының беренсе етәксеһе Ғәли Ишмырҙиндың тыуыуына – 120 йыл.

Тәүге башҡорт осоусыһыТәүге башҡорт осоусыһы
Тәүге башҡорт осоусыһы

Ғәли Мөхәмәтйән улы Ишмырҙин Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк-Мең улусы (хәҙерге Ауырғазы районы) Иҫке Мораҙым ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1920 йылда үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа һәм Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы составында Рәсәйҙә Граждандар һуғышында ҡатнаша. 1921 – 1922, 1922 – 1923 йылдарҙа 1-се Башҡорт бригадаһы, 6-сы уҡсылар полкы составында хеҙмәт итә.

1925 йылда - Баҡы ҡалаһында ҡыҙыл командирҙар курсын, ә 1928 йылда Борисоглебск ҡалаһында 2-се лётчиктар хәрби мәктәбен тамамлай. Хәрби лётчик званиеһын ала.

1934 йылда Башҡортостан АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советы үтенесе буйынса Ҡыҙыл Армия сафынан Ғәлимйән Ишмырҙинды Осоавиахим мәктәбенә күсерәләр. 1934 йылда Ырымбурҙа осоусылар мәктәбендә белем ала.

1934 йылдың 17 декабрендә Өфө аэроклубы етәксеһе итеп тәғәйенләнә, Стәрлетамаҡ һәм Белорет ҡалаларында аэроклуб филиалдарын аса һәм улар менән етәкселек итә. 1935 йылда Башҡорт АССР-ының Осоавиахим хәрби лётчиктар мәктәбенең үҙәк советы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Ғәли Ишмырҙин етәкләгән аэроклубтар илдә алдынғы урындар биләй. Өфө аэроклубы 1935 йылда – 14, 1940 йылда – 849, 1941  1149 хәрби осоусы әҙерләп сығара, улар араһында 14 Советтар Союзы Геройы, шул иҫәптән осоусы-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев тә бар.

1937 йылдың октябрендә ялған ғәйепләү буйынса ҡулға алына. Ярты йыл дауамында төрмәлә ултыра. Иреккә сыҡҡас, тыуған ауылына ҡайта. 1938 тулыһынса аҡлана һәм партия эштәрендә тергеҙләнә.

1942 йылда авиация майоры дәрәжәһен ала.

1942 йылдың 14 авгусында Стәрлетамаҡ ҡалаһында күнекмә осоштар ваҡытында һәләк була. (Википедиянан https://ba.wikipedia.org)

Ғәли Ишмырҙинды тыуған яғында хөрмәтләп иҫкә алалар. Мораҙым мәктәбе уның исемен йөрөтә. Ауылда уның бюсы һәм һуғыш ваҡытындағы ысын самолёт ҡуйылған. Өфөлә һәм Талбазы ауылында данлыҡлы осоусының исемен йөрөткән урам бар.

 

Фото: ufa.aif.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас