

Уның атаһы Хәмит Фазлый улы Ҡыҙыл Армия политругы була. Әсәһе Фәриҙә Әһлиулла ҡыҙы заводта эшләй. Роза, Рәзидә, Лидия исемле апайҙары була.
Ете йәшлек Рудик беренсе тапҡыр Башҡорт опера һәм балет театрына килә һәм тетрәнеү кисерә. Мәктәптә бейеү түңәрәгенә йөрөй – коллектив республика ауылдары буйлап башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән сығыш яһай. Улының бейеүҙе үҙ итеүен атаһы оҡшатмай. Әммә бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамай, 11 йәшлек Рудольф мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы халыҡ бейеүҙәре ансамбленә йөрөй. 15 йәшендә Башҡорт опера һәм балет театры ҡарамағындағы хореографияһы студияһына алына. «Аҡҡош йыры», «Салауат» спектаклдәрендә сәхнәгә сыға. 17 йәшендә Рудольф Ленинградҡа уҡырға юллана. 1958 йылда хореография училищеһын тамамлағас, Ленинград опера һәм балет театрынан саҡырыу ала. Иң тәүге сығышы «Лауренсия» балетында була. Венала VII Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә алтын миҙал менән бүләкләнә.
1961 йылда Ленинград опера һәм балет театры труппаһы Европаға гастролгә бара. Бер нисә сығышынан һуң Рудольф Нуриевты, сит илдә булыу тәртибен боҙҙо, тигән сәбәп менән СССР-ға кире ҡайтыуҙы талап итәләр. Әммә ул Францияла сәйәси һыйыныу урыны таба. Аҙаҡ Данияла, Бөйөк Британияла, Австрияла ижад итеп йәшәй. Шулай итеп, ғүмере ахырынаса сит илдә ҡалырға мәжбүр була.
Рудольф Нуриевтың талантына барыһы ла һоҡлана. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында йылына 200 спектаклдә ҡатнаша. Ә 75-се йылдарға ҡарай сәхнәгә 300 тапҡыр сыға. Репертуары: «Аҡҡош күле», «Маргарита и Арман», «Сильфида», «Петрушка», «Шәһризада», «Гамлет» һәм башҡалар.
Ул легендар балет артисы ғына түгел, ә балетмейстер булараҡ, «Щелкунчик», «Дон Кихот» һәм башҡа спектаклдәр ҡуя. «Танкреди» һәм «Манфред» тигән үҙенсәлекле балеттарҙың ҡуйыусыһы ла ул.
Әлеге көндә тыуған яғында Рудольф Нуриевты хөрмәт менән иҫкә алалар, таланты алдында баш эйәләр. Башҡорт хореография колледжы, Өфөнөң бер урамы уның исемен йөрөтә, музейы бар.
Фото: www.bashinform.ru