+34 °С
Ясно
VKOKМакс
Хәтер
19 Марта 2023, 10:25

Салауат ағайҙы һағынып

«Күҙ нурым», «Аҡ миҙгелдәр», «Күҙҙәремә ҡара», «Алһыу пион», «Ялан сәскәләре», «Иртәләрем»... Йәшенә лә, ҡартына ла таныш булған был йырҙарҙың көйөн бөйөк композитор Салауат Низаметдинов ижад иткән. Иҫән булһа, уға ошо көндәрҙә 66 йәш тулған булыр ине. Салауат Әхмәҙи улын һәм ижадын хөрмәт итеүселәр уны иҫкә алырға баш ҡалабыҙҙың һуҡырҙар өсөн китапханаһына йыйылды.

Салауат ағайҙы һағыныпСалауат ағайҙы һағынып
Салауат ағайҙы һағынып

Хәтер кисәһенең тап ошонда үтеүе, әлбиттә, осраҡлы түгел. Салауат Низаметдинов тыумыштан яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм ине. Шулай ҙа бирешмәй – музыкаль белем ала, әллә күпме маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була, ә күпме матур көйҙәр ижад итә! Уның гел ҡара күҙлектә йөрөүен композитор стиле тип ҡабул итеүселәр була хатта. Урамда бик ышаныслы баҫып йөрөй, күрмәй, тип тә уйламаҫһың.
Кисәгә килеүселәр Салауат Әхмәҙи улы яҙған йырҙарҙы баш­ҡарҙы, хәтирәләре менән бүлеште. «Йәншишмә» гәзите ветераны, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина сығышын йотлоғоп тыңланыҡ. Бәлки, белмәйһегеҙҙер ҙә әле, ә бит Зөһрә апай менән Салауат ағай бергә утыҙлап йыр ижад иткән. Әйткәндәй, ул йырҙарҙың бер нисәһен 28-се һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн интернат-мәктәп уҡыусыһы Дилара Арыҫланова менән инде был мәктәпте тамамлап сыҡҡан Азат Закиров бик оҫта башҡарҙы.
Салауат Низаметдинов рухына аят уҡытып, сәй эсеп алды ҡунаҡтар. Осрашыуға ҡатыны Рәзидә ханым, балалары Ләйсән менән Дәүрен, Тәнзилә һеңлеһе һәм Тәслимә апаһы ла килгәйне. Ойоштороусы йырсы Әлфиә Юлсурина әйтеүенсә, баштан уҡ бөтә нәмә уңай ғына килеп тора – был тағы берҙе Салауат ағай­ҙың ниндәй яҡшы кеше булыуын иҫбатлай. Ә йырҙары халыҡ күңелендә мәңге йәшәйәсәк – быға шик юҡ.

Лилиә МӘҮЛИТОВА.
Өфө ҡалаһы.

Салауат ағайҙы һағынып
Салауат ағайҙы һағынып
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас