+19 °С
Ясно
VKOKМакс
Хәтер
4 Апреля 2023, 02:20

«Яҙҙар еткәс, кире осоп ҡайтыр Минең йәнем ябай ҡош булып...»

Билдәле журналист Нияз Мәһәҙиевтең – тыуыуына 60 йыл. Уны иҫкә алып, һеҙҙең иғтибарға шиғырҙарын һәм мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.

«Яҙҙар еткәс, кире осоп ҡайтыр Минең йәнем ябай ҡош булып...»«Яҙҙар еткәс, кире осоп ҡайтыр Минең йәнем ябай ҡош булып...»
«Яҙҙар еткәс, кире осоп ҡайтыр Минең йәнем ябай ҡош булып...»

ЯҘ ЯҠЫНЛАҒАНДА

 

Белмәгәнмен,

Йәйҙе һағыныуҙан

Нисәмә йыл ерҙә яҙ барын.

Эҙләгәнмен,

Сумып ағын һыуға,

Ағып киткән ҡояш нурҙарын.

 

Яҙҙы күрҙем...

Ябай гөрләүеккә,

Сыйырсыҡҡа баҡтым таң ҡалып.

Ә мин үҙем

Күтәрелдем күккә,

Ҡояш нурҙарында сайҡалып.

 

...Быйыл тағы

Яҙҙы тоя күңел,

Тик таный шул уны бүтәндән:

Урамдағы

Гөрләүектән түгел

(Кискә улар туңып бөткәндәр) –

Быялаға яра баҫҡан кеүек,

Парлап ҡына үтһә бүтәндәр...

 

 

* * *

 

Тыуған яғым,

Мин бит әле һине

Бөтөнләйгә ташлап китмәгән.

Ҡыуылмаған йәки һөрөлмәгән

Мәңгелеккә ошо ерҙәрҙән.

Ни бары тик айырылғанмын ғына

Уҡыу тиеп йәки эш менән.

Ә һағыныуым шундай:

Һине күреү

Бәхет инде, гүйә, төш кенә.

Әҙгә генә киткән саҡтарҙа ла

Ҡыуылғандай тоям үҙемде,

Һөргөндәргә китеп бараммы ни,

Сит ерҙәргә илтеп кәүҙәмде!

Матурлығың ала алҡымымдан...

Йөрәккәйем дарҫлап талпына –

Ырғып сығып, сабып китер кеүек

Бер кейектәй тауҙар артына!

 

БЕР-БЕРЕБЕҘҘЕ

 

Бер-береңде әрләмәйсә

Була ине бит.

Өндәшмәһәк, тынысланып,

Ҡуя инек бит...

 

Ауыр һүҙҙәр күңелдәрҙе

Ҡыя ине бит!

Арҡабыҙҙы терәшкәндә

Ҡая инек бит...

 

Улыбыҙ уянһа таңда,

Уяу инек бит...

Ниңә һин – миңә, мин  һиңә

Ҡаяу булдыҡ беҙ?

 

Әллә ҡайҙан килә төҫлө

Билдәһеҙ афәт.

Бер-береңде кәмһетеүҙән

Кемгә һуң рәхәт?

 

Бер-беребеҙгә үрелгәндә

Йәшел ҡыяҡ беҙ!

Әҙгә генә түҙәйексе,

Тиҙҙән – йыраҡ беҙ...

 

Япа-яңғыҙ ҡалыр саҡтар

Булыр оҙаҡ бит?

Бөгөн әрләшмәйек әле,

Рәнйеү – тоҙаҡ бит...

 

ВИРТУАЛЬ ТҮГЕЛ!

 

Азамат улыма

 

Экрандарҙа, мониторҙа –

Виртуаль донъя.

Һәммәһе лә ысын, тиеп

Ышанып ҡуйма!

 

Хәйләкәрҙәр алдашҡанда

Ышанып ҡуйма.

Был саҡтарҙа әйт үҙеңә:

«Виртуаль донъя!»

 

Сал тарихты боҙғоларға

Кемдер үрелһә,

Виртуалгә ышанма һин –

Ышан үҙеңә!

 

Илебеҙ бай, ҡаҙна тулы

Виртуаль аҡса.

Ысын һумдар доллар булып

Сит илгә «ҡаса!..»

 

Етәкселек иткәне лә –

Виртуаль хужа.

Ысынбарлыҡ көн дә килә –

Аяуһыҙ нужа.

 

Экрандарҙан ашаталар

Виртуаль аҙыҡ.

Виртуалде һыҙғандар бит

Ашайҙар аҙаҡ,

 

Ысын аҙыҡ, ысын ҡаҙы

Майҙарын һыҙып.

Виртуаль донъяларға

Ҡуйма һин ҡыҙып...

 

Улым, ҡағыл күкрәгемә,

Ярһый бит күңел,

Леп-леп типкән йөрәккәйем

Виртуаль түгел!

 

 

* * *

 

Бала саҡта

Бер мәл ҡарап торҙом

Аласыҡта

Әсәм май һыҙғанын,

Ҡаҙ майының ҡара көйөп, шыжлап,

Ирегәнен йәлләп һәм ҡыҙғанып.

 

«Ҡара көҙҙәр алда...

Һалҡын тейһә,

Арҡағыҙҙы һылап бөркәрмен.

Беҙҙең башҡорт өсөн дарыу ни ул,

Башҡа дауалары бөткәнме?..»

 

Ҡарағанда

Ҡыҙған табаларға

Електәрем минең һыҙланы,

Әллә ҡайҙан иҫкә килеп төштө

Әкиәт тамуҡтары ыҙаһы...

 

Өҙөлгәндә яҡты өмөттәрем,

Ҡыйған саҡта ҡара ҡайғылар,

Ҡыҙған таба – бөтә ер өҫкәйе,

Күңелдәрҙе өтә ҡайһылай!

 

Тормош беҙҙе

Ҡай саҡ бөгөп һала

Шыжлатып та суйын табала...

Ләкин «таба төптәрендә» лә бит

Елле егеттәрең табыла!

 

Әрнеткес тә ҡара яраларға,

Еләҫ елдәй, эй, һеҙ,

Дуҫтарым!

Һыҙып һыҙлағандар,

Аңлайһығыҙ:

Бер йылы һүҙ үҙе –

Бер дарыу.

 

...Ел килтерә миңә

Төтөн еҫен,

Тертләндерә шыжлау тауышы...

Дуҫым, түҙсе! Мин юлдамын инде,

Килеп еткәнемсә тап ышыҡ.

 

 ҠОШ СӘЛӘМЕ

(Һуңғы һүҙ урынына)

 

Минең әле, эйе, зиһенем саф,

Ҡатмарлыраҡ бары донъялар.

Һиңә баҡһам – йәшәгеләр килә,

Яуғанда ла башҡа ҡон, яла...

 

Минең әле бик йәшәгем килә,

Булмаһа ла йәшәү мәғ(ә)нәһе!

Ҡыҙыу баштан кемдең әйткәне юҡ:

«Дошманды ла алып китәһе...»

 

Бушлыҡтарға осҡан саҡтарымда

Күҙ алдына килтер ҡоштарҙы:

Ҡайҙан килде улар, ҡайҙа китте,

Буш оялар – ҡая-таштарҙа...

 

Яҙҙар еткәс, кире осоп ҡайтыр

Минең йәнем ябай ҡош булып.

Тертләп китмә, баш осоңдан үтһәм

Таныш ауаз менән ҡысҡырып...

«Һин бирешмә!» – тиеп, көс биреп...

 

 

 

ЭЙ, ТОРАТАУ, ТОРА ТАУ...

 

Торатау. Тау тора! Тора тау! Мин бик бәләкәй саҡта өләсәйемдең, ҡан тамырҙары ҡарайып бүлтеп сыҡҡан оло ҡулдары менән тотош башымды ҡаплап, арҡамдан һыйпап, әкиәттәр һөйләгәндәге ошондай һүҙҙәре иҫтә ҡалған: «...Мына ошо ерҙә батыр, ҡорос кеүек аяҡтарын ергә һеңдергәндәй ныҡ терәп, һис-һис артҡа сигенмәй, Торатау кеүек торған да инде дошмандарын үткәрмәй! Дейеүҙәрҙең ут бөркөп, ыҫылдап торған баштарын булат ҡылысы менән берәм-берәм сабып торған, тей!..»

 

Йылдар буйы янынан үткәнмен...

 

Эй, бала саҡ! Өләсәйҙең ярты донъяны ҡапларҙай ҡалҡан булған ҡыртышлы йылы ҡулдары ышығында ниндәй генә хыялдарға бирелмәйһең дә, ниндәй генә көрәштәрҙә еңеп сыҡмайһың... Торатау кеүек тораһың, Аҡъял батыр кеүек көрәшәһең...

...Торатау эргәһенән, баҡһаң, йылдар буйы үтеп-һүтеп йөрөгәнмен икән. Баш ҡаланан сығып, көньяҡ райондарға күпме юлдар тапалған – Стәрлене үтеп, Мәләүез яҡтарына йүнәлгәндә бар уйҙарың – алдағы эш йәки тормош мәшәҡәттәре (ҡыуанысмы-ҡайғымы) осрашыуҙар тураһында. Унан килеп, командировкаларҙан арып ҡайтышлай, төндәрен, аждаһалай ут бөрккән Стәрле-Салауат ҡалалары заводтары факелдарына яҡынлайһың да, «әһә, Өфөгә шунса саҡрым, шунса ваҡыт юл» тип, баш ҡалаға ашҡынаһың...

Бынан тиҫтә ярым йыл элегерәк, Динис Бүләковтың музейын асырға тип, бер төркөм яҙыусылар, матбуғат, мәҙәниәт кешеләре уның тыуған ауылына юлланғайныҡ. Автобуста урыным арҙаҡлы башҡорт яҙыусыһы Булат Рафиҡов менән тап килде.

Өфөнән бирле бер һүҙгә ҡушылмай иҙрәп килгән ил ағаһы шул беҙ күнеккән тауҙар янына еткәс, ошо яҡтың кешеһе булараҡ, һәр таш-ҡыуаҡты белгән ағай байтаҡ хәтирәләр һөйләне. Мәҫәлән, йәш сағында Мәләүездә мәктәптә уҡытҡан осоронда иртә яҙҙан уҡыусы балаларҙы ҡырға алып сыҡҡанда ғәжәп хәлгә юлыҡҡанын бәйән иткәйне. «Тау итәгенә яҡынлашһаҡ, алдараҡ, ҡарҙан әрселгән бер ерендә, ҡара соҡор күренә. Эргәһенәрәк килһәк – ҡара йыландар мыжғып тора! Баҡһаң, улар шулайтып бер соҡорҙа уҡмашып, ҡыш сығалар икән. Селәүсендәрҙе күргәнең бармы, балыҡсы туплаған банкыла, – тип көлөмһөрәй уҙаман, – нәҡ шуның һымағыраҡ, тик күпкә ҙурыраҡ һәм күберәк...»

– Берәй әҫәрегеҙгә инеп киттеме һуң был күренеш, – тим мин, Булат ағайҙың асылып китеп, ниҙер һөйләрен тойомлап. «Юҡ әлегә, бәлки, киләсәктә...» – булды яуап.

–  Бына – Торатау, – тине Булат Рафиҡов, мөһабәт күренешкә баш сөйөп, – башҡорт ырыуҙары хәл иткес мәлдәрҙә ошо тау янына йыйылып, кәңәш ҡорған. Үҙ-ара булған низағтарҙы ситкә ҡуйып, тотош Башҡорт иле өсөн мөһим мәсьәләне оло йыйында хәл иткән. Сапҡындар төрлө яҡтарға нәҡ ошонан фарман сапҡан – тотош Башҡорт иле өсөн йәки һуңғараҡ, Рәсәй өсөн күтәрелгәндәр Тыуған илен яҡлап...»

– Бында ғәйәт көслө энергетика бар, – тип һүҙен дауам итә оло юлдашым, йөҙө яҡтырып, – йыл һайын ошондай изге тауҙарыбыҙға менеү йолаһы бар. Мин дә, оло йәшемдә булыуыма ҡарамай, яңыраҡ йөрьәт иттем. Аңламаҫлыҡ бер көс бар – тауҙың яртыһына менгәнсе хәтһеҙ арыта, тик артабан, текәрәк ерҙәр китһә лә, күтәрелеүе ҡапыл еңеләйә!

Ҙур үкенес ҡалды: башҡаса был темаға уҙаман менән һөйләшеү насип булманы. Уның ҡарауы, йылдар аша ошо оло юлдан үткәндә гел генә Булат ағай менән һөйләшеү ҡат-ҡат иҫкә төшә...

 

Тәүге осрашыу

 

Быйыл йәй данлыҡлы ҡурайсы Роберт Юлдашев Торатауҙы олигархтар һөжүменән ҡурсалауға ойошторған акцияһына саҡырғас, уның ошондағы концертын ҡарап, Торатау менән яҡындан танышырға форсат тейҙе. Ысынлап та, тауға менеүе еңелдән түгел!

Әйтергә кәрәк, текә битләүле яғынан менеү ҡыҙығыраҡ та, хәүефлерәк тә! Тик оло бер инәйҙең башланғыс синыфта уҡыған ейәне менән ниндәйҙер риүәйәтме-әкиәтме һөйләп үрмәләп менеп барыуы хәтәр ҙур йоғонто яһаны миңә. Нисек ҡурҡмайҙар! Мин улар өсөн борсолоуымды белдереп: «Бәлки, кире төшөрһөгөҙ, ана, ҡояш байырға йыйына», – тинем. «Юҡ, беҙ ейәнем менән күпме хыялландыҡ был турала», – тип ҡырт киҫте улар. Ә аҫта, йөҙәрләгән тамашасы алдында, тирә-яҡҡа көслө ҡурай моңо яңғыратып, концерт бара!

Нимә ул беҙҙең башҡорт халҡы өсөн йөҙәр, ә, бәлки, меңәр йылдар ағымында рухи ҡомартҡы, рухи символ булған Торатау? Был хаҡта айырым һөйләшеү үткәрергә йәки халҡыбыҙ өсөн ҡәҙерле булған оло ҡомартҡы тураһында билдәле мәғлүмәттәрҙе йәнә бер барларға булыр ине. Тик мин был эште киләсәккә ҡалдырып (әйткәндәй, республикабыҙ баҫмалары изге ҡомартҡыбыҙ тураһында даими рәүештә яҙа), күптән түгел булған бер әңгәмәнән өҙөк кенә килтерәм.

Исеме Башҡортостанда, Рәсәй Федерацияһында ғына түгел, сит илдәрҙә лә танылған практик-психолог Вадим Сафин менән гәзитебеҙҙең сираттағы бер һанына әңгәмә әҙерләргә йыйынғанда, изге ҡомартҡыбыҙ Торатау тураһында һүҙ ҡуҙғатҡайныҡ. Ғалим: «Мин археолог түгел дә был темаға төшөргә, – тине. – Ләкин донъяны танып белеүҙә, Тыуған ил, халыҡ тарихы кеүек һәр кеше өсөн ҡәҙерле төшөнсәләр күҙлегенән ҡарағанда...» Әйҙәгеҙ, үҙен тыңлайыҡ, булмаһа...

 

Донъяны танып белеү, рухи символдар

 

Бала нисек донъяны танып белә? Артабан шәхес булып формалашҡанда (самосознание личности) ошо донъяла үҙ урынын нисек билдәләй? (Вадим Фәтхи улы нәҡ ошо йүнәлештә ғилми бейеклектәргә өлгәшкән):

– Иң элек Әхмәтзәки Вәлиди васыяттарында әйтелгәнде иҫкә төшөрәйек. Милләтте һаҡлауҙың өс шарты бар, – ти ул. – Тел (уның аша шәхестең аңы формалаша). Ер – (ере булмаһа –милләт тә юҡ!). Дин (идеология).

Тел аша кешенең бәләкәйҙән аңы формалаша. «Интериоризация» – әсә теле аша донъяны белеү ул. Туған телендә фекерләй, аралаша, белем ала. Был - беренсе аҙым. Тыуған ерендә (арендаға алынған түгел!) йөрөй, ағас ултырта, бесән саба, төҙөй. Икенсенән, тамға. Бала, образлы итеп әйткәндә, үҙе өсөн аса барған донъяға тамғалар һала, биләмәләрен самалап билдәләй. Әлбиттә, уй-зиһенендә... Артабан «тамғалар» үҫешә, улар көсәйә – символдарға әйләнә. Мәҫәлән, башҡорттоң үҙенсәлекле гимны «Урал» йыры. Был - бер йүнәлеш. Хәҙер – икенсеһе. Фантазияһы аша ул киң мөхитте үҙләштерә: Аҡбуҙатта оса, төрлө дейеүҙәр менән көрәшеп, хыялы аша донъяны яулап ала, уны һаҡлай... Быуаттар аша тапшырылған бай эпосты күҙ алдына килтерегеҙ. Был батырҙар илендә ул үҙен, әйтәйек, Аҡъял батыр менән тиңләй. Шәхес булып формалашыусы, оло Донъяға инеүсе бала батырҙар сифаттарын үҙендә күрә, үҙенекен уларға күсерә! Реаль шәхестәр, мәҫәлән, Салауат Юлаев әкиәт батыры һыҙаттарын ала, ә әкиәт батырҙары ысынбарлыҡҡа, ошо донъяға ла инеп китә... Артабан ул донъя ысынбарлығында оло, реаль тамғалар таба («узловые точки») – Ирәмәл тауы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Торатау һәм башҡа рухи, тәбиғи ҡомартҡылар. Тәүҙә бик ябай булған тамғалар ошолай үҫешә һәм тотош милләтте билдәләүсе нигеҙҙәре булып тора: Башҡортостан гимны, флагы, гербы, ҡурайы, баш ҡалаһы... Ошо бөтөнлөк – кешенең үҙаңын сағылдыра.

Нәҡ шуға ла үҙен башҡорт тип таныған, рухи яҡтан үҫешкән шәхес милләтенең алтын бағаналары булған ана шул символдарға ҡул һуҙыуҙы, емереп юҡҡа сығарыуға ынтылыуҙы – халҡының нигеҙен билдәләгән рухи сығанаҡтарға ҡул һуҙыу тип ҡабул итә...

Н. МӘҺӘҘИЕВ.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас