+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Хәтер
10 Апрель 2023, 13:18

«Ғүмер – бер йомғаҡ, нисек һүтһәң, шунса үтә»

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, филология фәндәре докторы Ғайса Хөсәйеновтың тыуыуына – 95 йыл. Һеҙҙең иғтибарға уның «Тормош» тигән китабынан бер парса.

«Ғүмер – бер йомғаҡ, нисек һүтһәң, шунса үтә»«Ғүмер – бер йомғаҡ, нисек һүтһәң, шунса үтә»
«Ғүмер – бер йомғаҡ, нисек һүтһәң, шунса үтә»

«Ғүмер йомғағы»

 

Бер аҡһаҡал бер балаға бер йомғаҡ еп бирә лә әйтә: «Балаҡай, был еп – һинең ғүмер йомғағың. Ал да үҙеңсә һүт. Әгәр ваҡыттың тиҙерәк үтеүен теләһәң, епте тарт: көндәрең тиҙ үтер. Артыҡ ҡағылмаһаң, һүлпән һүтелер».

Бала йомғаҡты ала. Тарта башлай епте. Башта йыш тарта – тиҙерәк ҙурайыу өсөн, егет булып етеп, тиҙерәк өйләнеү өсөн, һуңынан – йәһәтерәк байыу өсөн, балалар йәһәт үҫһен өсөн, аҙаҡ, олоғая башлағас, – сырхау-фәлән, ҡартлыҡ тиҙ уҙһын өсөн.

Ә аҡһаҡал әйләнеп килеүгә, әлеге бала, ҡартайып, үлем сигенә еткән. Айырылышыуҙарына бары дүрт ай ҙа алты көн, имеш.

– Эй һаҡаллы бала, – тигән аҡһаҡал, – һин михнәт-ауырлыҡты тиҙ ара рәхәт-сайранға алыштырып, ғүмер йомғағыңды һүтеп бөткәнһең. Михнәттең дә үҙенең бер хикмәте бар бит: ул да ғүмер, әсеһе-сөсөһө менән бер ғүмер.

– Хәҙер үкенеүҙән файҙа юҡ, – тигән һаҡаллы бала. – Шуны ла төшөндөм мин: михнәтен күрмәгәс, рәхәтенең дә ҡәҙере юҡ икән ул.

Ғүмер – бер йомғаҡ, нисек һүтһәң, шунса үтә, осонда әжәлең көтә.

 

Ғүмер йомғағын һүтә белеү, бәлки, үҙе бәхеттер. «Йомро-йомро йомғағымды күрмәнеңме, ағаҡай?» – тип етем ҡыҙ бала йомғағын юллап барып, бәхет хазинаһын тапҡан түгелме?

Ул юлда йә уңаһың, йә туңаһың:

үгәй ҡыҙ һәм үҙ ҡыҙ яҙмышы кеүек,

яҙмыш менән алышҡан уҙмыш төҫлө,

фәрештә менән бәхәсләшкән Яҡуп пәйғәмбәр кеүек.

Бала ғынамы, ололар ҙа ғүмер йомғағының хикмәттәрен күпме төшөнә алмай хитлана.

Инде ғүмерҙең генә түгел, һәр көндөң, сәғәттең ҡәҙерен ныҡ беләбеҙ кеүек.

Әммә ҡай саҡ ваҡытты тиҙерәк үткәрә алмай ыҙаланабыҙ:

өмөтләнеп, ниҙер көткәндә,

һөйгәнең менән ҡауышыр мәлдәрҙе һанағанда,

өҙөлөп һағынғанда...

Ундай саҡтарҙа минуты – ай, сәғәте йыл инде ул.

Ауыр ҡайғы килгәндә, михнәткә батҡанда, кеше һүҙенә ҡалғанда, һөмһөҙ ҡунаҡ китмәгәндә, самолёт ваҡытында осмағанда – әй, әҙме ни ундай саҡтар донъяла – ваҡыты нисек үткәрергә белмәй, сәғәт, көндәребеҙҙе бушлай бирергә әҙер тормайбыҙмы ни?

 

Ғүмер ҡыҫҡа, ә уның татлы мәлдәре тағы ла ҡыҫҡараҡ.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас