+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Хәтер
11 Апрель 2023, 07:20

Тәүге психология кафедраһын ойоштора

Билдәле психолог, профессор Вадим Сафиндың тыуыуына – 90 йыл.

Тәүге психология кафедраһын ойоштораТәүге психология кафедраһын ойоштора
Тәүге психология кафедраһын ойоштора

Ул Ейәнсура районының Назар ауылында тыуған. Яңы Себенле ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Ырымбурҙағы Жёлтинск педагогия училищеһына уҡырға инә. Һуңынан Ырымбур дәүләт педагогия институтын 1958 йылда тамамлай. Психология буйынса уҡытыусыһы Эмиль Беркович ошо фән буйынса етди шөғөлләнергә кәңәш итә. Һәм Вадим Фәтхи улы шулай итә лә. 1962 – 1966 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтында психология фәне буйынса дәрестәр бирә. Мәскәүҙә аспирантура тамамлай. Ә 1969 йылдан уның ғүмерлек эшмәкәрлеге, фәнни ҡаҙаныштары Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән бәйле. Уның инициативаһы менән Башҡортостанда тәүге психология кафедраһы ойошторола. 1977 – 1982 йылдарҙа ошо кафедра менән етәкселек итә. Шулай уҡ Вадим Сафин практик психологтар өсөн юғары курстар аса.

Беҙ, уның студенттары, профессор Вадим Фәтих улын ихтирам менән иҫкә алабыҙ, бөгөн дә ҡыҙыҡлы, фәһемле дәрестәренән алған һабаҡтарҙы үҙ тормошобоҙҙа ҡулланабыҙ, сәйәсәт, тәрбиә, дин, әхлаҡ ҡағиҙәләренә таянабыҙ. Остазыбыҙҙың йәне йәннәттә булһын.

 

Фото: resbash.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас