

Яңы ойошторолған «Оран», «Халыҡ һүҙе», «Территория города» кеүек үткер гәзиттәрҙең баш мөхәррире була. Урыҫ телен дә һәйбәт белгән журналист «Ростехнадзор. Регион» журналында, «Новая экономическая газета»һында ла уңышлы эшләй.
Нияз Мәһәҙиев бәләкәйҙән әҙәбиәт ярата. Әсәһе Әминә Сафа ҡыҙы тыуған ауылы Темәстә китапханасы булып эшләгәс, ул бөтә буш ваҡытын тиерлек ошо белем һарайында үткәрә.
Нияз Мәһәҙиев – өс китап авторы. «Бүленмәй икән йөрәк» тигән шиғырҙар, «Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе» (тормош иптәше Зөһрә Ҡотлогилдина менән берлектә) исемле публицистика йыйынтығы, арабыҙҙан киткәндән һуң донъя күргән «Ҡош сәләме» тигән күләмле баҫмаһы әҙәбиәт һөйөүселәрҙең ҡулдан-ҡулға тотоп уҡырлыҡ китаптарына әйләнде.
Үкенескә күрә, Нияз Мәһәҙиевтең арабыҙҙан китеүенә дүрт йыл тулып уҙҙы. Ошо көндәрҙә уға алтмыш йәш тулған булыр ине.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға талантлы журналист һәм шағирҙың әсәһе Әминә Сафа ҡыҙының улының бала сағы тураһындағы иҫтәлектәрен тәҡдим итәбеҙ.
Нияздың бала сағы тураһында яҙырға ултырҙым. Ҡаршыма уның фотоһын ҡуйғанмын. I синыфта уҡыған сағы, 7 йәшендә 1970 йылда төшкән, мәктәпкә килеп төшөргәндәр. Миңә баҡҡан сабый ҡарашы: дөм ҡара сәсле, ҡара ҡашлы, мөлдөрәп кенә торған муйыл шикелле ҡара күҙҙәр...
Эй, балаҡайым, бигерәк кенә матур инең шул... Иптәшем Бикйән ғаиләлә бер генә бала булған. Ҡайным һуғышҡа китеп, яу яланында ятып ҡалған. Шуға ла ҡәйнәм әйтте: «Килен, күреп йөрөйһөң, Бикйән япа-яңғыҙ, уға иш, таяныс балалар кәрәк». Биш улыбыҙ бер-береһенә терәк булып үҫте.
Нияз беренсе синыфҡа уҡырға барғас, уҡытыусылары Таһира апай: «Әминә, Ниязыңды башта уҡ II синыфҡа ултыртмағанһың, дәрес үткәрәм тип теманы асып әйтеүем була, бөтәһен дә һөйләй ҙә бирә, ошо шиғырҙарҙы ятлап килегеҙ өйҙә, тиһәң, ул бөгөн үк әҙер. Арифметиканан эш бирһәң, күңелдән ҡушып, сығарып, әйтеп тә ҡуя», – ти ине.
Башланғыс мәктәп мин эшләгән китапханаға яҡын ғына, юл аша ғына үтергә кәрәк. Мәктәптән сыҡҡас та Нияз шунда инеп, китаптар араһына сума. Өйҙә уҡырға ла һайлап ала. Эйе, мәктәп менән китапхана бер өй шикелле булды уның өсөн. Күп шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡырға бирелеп китте. Бер ваҡыт беҙҙең Темәскә бер төркөм яҙыусылар килде: Әнғәм Атнабаев, Марат Кәримов, Ирек Кинйәбулатов, Рауил Бикбаев, Абдулхаҡ Игебаев... Мин һәр береһенә китапханала күргәҙмә ойоштороп ҡуйҙым. Улар килеп ҡарап, бик матур сыҡҡан күргәҙмәгеҙ, тине. Нияз шунда былар менән бергә йөрөй бит инде (IV – V синыфтарҙа уҡығандыр). Икенсе фонд яғындағы бүлмәгә саҡыра шиғырҙарҙы: «Әйҙәгеҙ, әсәй бындағы өҫтәлгә лә китаптарығыҙҙы һалып ҡуйҙы. Һеҙҙекеләр улар». Яҙыусылар көлә, «Был егеттән шәп китапханасы сығыр, моғайын», – тиҙәр.
Бер ваҡыт Нияз «Башҡортостан пионеры» гәзитен тотоп килеп инде. «Әсәй, бына гәзиткә, йәш рәссамдар, һеҙҙе уҡырға саҡырабыҙ, тип яҙғандар, мин шунда барам», – ти. «Ҡуй, йөрөмәйһең», – тинек атаһы менән, бәләкәй бит әле, ул IV синыфта ғына ине. Икенсе йылына тағы ла булды саҡырыу гәзиттә. «Әсәй, мин барам быйыл», – тип ныҡышты. Беҙ атаһы менән кәңәшләштек тә: «Ниндәй темаға һүрәт эшләп ебәрергә икәнен дә күрһәткәндәр, ебәрһен эшләп, үтә һалып китер тиһеңме, әтеү мине ебәрмәнегеҙ, тиер ҙә йөрөр», – тинек. Ул V синыфты бөткәйне. Беренсе темаһы «Тыуған ил ҡайҙан башлана?», икенсеһен онотҡанмын. Шул темаға эшләп, һалып ебәрергә булдыҡ һүрәтен. Ул атаһынан һорай: «Атай, нимә эшләйем икән?». Атаһы: «Әллә, мин белмәйем, ана, әсәйеңдән һора, ул әйтер», – тине. Уйланым да: «Әйҙә, мин һиңә әйтәм, күрһәтәм Тыуған ил ҡайҙан башланғанын. Ҡәләм, дәфтәр ал, ҡайһы бер нәмәләрҙе яҙып барырһың», – тип алып сығып киттем.
– Бына беҙ ҡапҡанан сыҡтыҡ, урам буйлап китәбеҙ, ике яҡтан өйҙәр, беҙҙең өйҙән ҡала 4 өй, һул яҡтан 3 өй. Шуларҙы үткәс, беҙҙең ҡапҡа эргәһенән һалынған һуҡмаҡ бөтә лә Шырҙы йылғаһына килеп төртөлә. Бына күр. Шырҙы аша бейек, оҙон, ике яғы ла рәшәткәле баҫма һалынған. Уны билдәләп, йылғаны, баҫманы һыҙып ал. Көн дә унан әллә күпме кеше үтә. Бында Темәс училищеһы булды, унан күпме студенттар тегеләй ҙә, былай ҙа үтеп йөрөй. Был Темәс яғында – уҡыу йорто, аръяҡта – ятаҡтары, йәшәү урындары.
Баҫманы сыҡҡас, тип-тигеҙ туғай ята, арғы яғы Талашты йылғаһына барып тоташа, йылға ярында тирәклектәр. Хәҙер иғтибар ит, был яҡтан – Шырҙы йылғаһы, туғай аша теге яҡтан Талашты йылғаһы ағып килеп, Рапат тауы морононда бергә килеп ҡушылалар. Һеҙ йәйгеһен ошо йылғала көнө буйы һыу инеп, йөҙөп, балыҡ ҡармаҡлап, һөҙөп, ҡояшҡа янып, ҡап-ҡара булып, ашарға ла ҡайтмай йөрөй торғайнығыҙ. Рапат тауы тураһында ла әйтеп үтәйем. Күренекле шағир Ғилемдар Рамазанов Темәс һәм уның тәбиғәте тураһында һоҡланып яҙған.
Бына ошо беҙҙең урамдың йәме булып ятҡан ҙур, бейек Рапат тауын төшөр һүрәтеңә, һеҙ шунда аунап үҫтегеҙ. Бына ошо бәләкәй генә майҙансыҡ: йылға, тау, туғай – һинең тыуған төйәгеңдең башланғысы. Беҙҙең ҡапҡанан сыҡҡан бәләкәй һуҡмаҡ оло юлға килеп ҡушыла, ә ул ҙур донъяға илтә. Һин ҙурайып, ауыл мәктәбен тамамлағас, ҡалаға уҡырға барырһың, унда белем алғас, бөтәһен дә белерһең, күрерһең. Хәҙер тәүҙә альбом битенә күргәндәреңде төшөрөп күрһәт, шунан арыу килеп сыҡһа, яңынан яйлап ике йәнәшә биткә Өфөгә ебәреү өсөн эшлә, – тип һөйләп бирҙем Ниязға.
Ул ебәргәс, ижад емешен оҡшаттылар, имтиханға килергә ҡуштылар. Үҙем алып барҙым Өфөгә. Ҡабул итеү эштәрен яҡшы тип баһалап, рәссамдар мәктәбенә алдылар, уҡыу башынан кил, һынауҙы үттең, тинеләр. Шул мәктәптә Х синыфты бөткәнсә уҡыны.
Нияз институтта уҡығанда каникул мәлендә эшемдә ныҡ ҡына ярҙам итте. Плакаттар, стендтарға темаларын матур итеп яҙып бирҙе, яҙыусыларҙың портреттарын эшләне. Концерт үткәргән мәлдә лә темаһына ҡарап, номерҙы иғлан итер өсөн текстар яҙып бирә ине. «Нияз, хәҙер сәхнәгә ҡурайсыларҙы сығарам, ҡурай тураһында, уның әһәмиәте хаҡында бер нисә һүҙ әйтергә кәрәк ине», – тиһәм, ул: «Хәҙер, әсәй!» – ти ҙә бик аҙ ваҡыттан яҙып та бирә. Уның яҙғандарынан ошо юлдар хәтерҙә ҡалған:
Әйтсе, ҡурай, ниңә ярһыу күңелең,
Ниңә моңһоу һинең тауышың?
Үҙәктәргә үтеп һин үкһейһең,
Әллә күпме ҡайғы-һағышың.
Һөйләйһеңме быуат төпкөлөнән
Етемдәрҙең ҡаты ҡарғышын,
Әллә алыҫтарҙа тороп ҡалған
Атай-олатайҙарҙың яҙмышын.
Һөйлә, ҡурай,
Буранбайҙы Себер оҙатҡанда
Бығауҙары нисек сыңлаған.
Табаҡ та ғына табаҡ хатын уҡып,
Ил ҡарттары нисек илаған...
Эш дәүеремдә үҙ бурысымды бик яратып башҡарҙым. Хеҙмәтемде юғары баһалап, 1976 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеләр, «Хеҙмәт ветераны» миҙалын тапшырҙылар. 1975 йылда 5 бала өсөн II дәрәжә «Әсәлек миҙалы»н бирҙеләр, 1988 йылға тиклем – хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләнем.
...Нияз улым, беҙҙең йөрәктәргә уңалмаҫ яралар һалып, баҡыйлыҡҡа китеп барҙы. Уны күпме илаһаң да, онотоп та, ҡайтарып алып та булмай. Шул хәтлем һағынам баламды, бер генә сәғәт өҫтәл эргәһенә ҡаршыма ултыртып, күҙҙәренә ҡарағым, тауышын ишеткем килә.
Нияз 1963 йылдың 4 апрелендә өсөнсө бала булып донъяға килде. Бер ваҡыт ҡолап, ҡулын да сығарып йөрөнө. Бәләкәйҙән отҡор, зиһенле булды. Ике ағаһы уҡыуға барғас, уларҙың «Әлифба»һынан хәрефтәрен тиҙ генә өйрәнеп, ҡушып уҡый ҙа башланы. 5 йәшенән ҡулына ниндәй ҙә булһа китап тотоп ултырыр ине. Һүрәт төшөрөргә яратты. Был һәләтен күреп, рәсем яһай торған альбомдар алып бирҙем. Тышҡа ла сыҡмай, өйҙә рәсем төшөрҙө.
Шаян булһа ла, юҡты бушҡа ауҙарып йөрөмәне. Ҡушҡан эштәрҙе ихлас башҡарҙы. Өй эсендә ҡыҙҙар юҡ. Үҙем көнө буйы китапханаламын. Шуға малайҙарҙың һәр береһенә эште бүлеп китә инем. Ике өлкәне һыу ташыу, мейескә яғырға утын әҙерләү кеүектәрен үтәне. Ул ваҡытта газ да, электр плитәләре лә юҡ заман. Баҡсала үҫтергән ҡыяр, кишер, һуған һымаҡ йәшелсәләргә һыу һибәләр. Ә Ниязға ҡош-ҡорттарҙы ҡарау, ҡаҙ, өйрәктәрҙе йылғаға ҡыуыу, баҫып ятҡан тауыҡ, өйрәктәргә ем биреү, һыу ултыртыу, кисен быҙауҙарҙы ҡарап алып ҡайтыу кеүек эштәр ҡала. Ағалары уны «ферма мөдире» тип йөрөтә торғайны. Ҡустыһы Ғәлимйәнде ҡарау ҙа уның яуаплылығында ине.
Холоҡ-фиғеленә килгәндә, ул башҡа улдарымдан айырылып торҙо. Тегеләр тынысыраҡ булһа, ә Нияз өтөгөрәк, ҡапыл-ҡапыл ғына һөйләшер ине. Бер нәмәне тиҙ генә отоп алып, шуның менән уртаҡлашырға ашыға. Был холҡо уның үҫмер сағында ла, егет булып үҫеп еткәс тә, атай булғас та үҙгәрмәне, шул көйө ҡалды. Студент саҡтарында һүрәт төшөрөү, шиғырҙар сығарыу һәләте лә асыҡланды. Улай тиһәм дә, бала сағында ла нимә күрһә, шуны шиғырға һалып һөйләр ҙә ҡуйыр ине.
Бер бөртөк кенә Йәмилә апайымдың иптәше Зиннур еҙнәйем урман ҡарауылсыһы булды. Ул йәй етһә, Темәскә килеп, Ниязды алып ҡайтып китә, улар Ишейҙә йәшәй ине. Бергәләп урманға баралар, көнө буйы ҡарағайҙарҙың сайырын ағыҙып алыу өсөн буранка ҡуялар, башҡа эштәр ҙә күп унда. Зиннур апаһы (беҙҙең яҡта атаһынан өлкән ир туғанын шулай тиҙәр): «Нияз менән рәхәт, көндөң үткәнен дә һиҙмәй ҡалаһың, һүрәтен дә эшләп ҡуя, шиғырын да сығара», – ти торғайны. Нияз тәбиғәтте, бигерәк тә көҙ осорон яратты. Уларҙы һүрәткә төшөрҙө, һүрәттәрендә тәбиғәт тере кеүек ине. Алыҫтан ағастар ҡыҙыл, ҡарағусҡыл, йәшел, асыҡ йәшел, һары күренә. Тауҙар, йылғалар, юлдар, зәңгәр күк – барыһы ла тыуған яҡ тәбиғәте.
Бер мәл миңә эш урынынан шифаханаға юллама бирҙеләр. Ул ваҡытта сөгөлдөр утау һәр кемгә тәғәйен бүлеп бирелә ине. Ер башына таяҡҡа фамилияңды яҙып ҡата ла китәләр. Утамаһаң, ҡый баҫып ята, кеше алдында оят. Каникул мәле. Ғаяз да, Нияз да өйгә ҡайтҡандар. Минең сөгөлдөрҙөң яртыһы уталмай ҡалды. Балаларға: «Һеҙ эште бөтөп ҡуйығыҙ инде», – тинем дә киттем шифаханаға. Беҙҙең сөгөлдөр биләмәһендә – ауыл Советына ҡараған китапхана, балалар баҡсаһы, бухгалтерия кешеләренең ерҙәре. Ғаяз менән Нияз шулар менән бергә сөгөлдөр утарға йөрөй. Нияз һүҙгә әүәҫ, ҡыҙыҡлы һүҙҙәрен дә һөйләй, шиғырын да сығара икән. Аҙаҡ уның бер нисә шиғырын көлөп һөйләп йөрөнө ауыл халҡы.
Әсәй китеп барҙы ял йортона,
Беҙ йөрөйбөҙ утап сөгөлдөр.
Беҙҙең былай ғазап сигеүебеҙ,
Бәлки, мәңгелеккә түгелдер.
Сөгөлдөрҙөң ере бигерәк ҡаты,
Ауыртып та бөттө билдәрем.
Билсәндәре бигерәк осло икән,
Ҡанап ҡына бөттө ҡулдарым.
Нияз көлөп, шаярып йөрөһә лә, күп урында: тормошта, эштә, кеше менән аралашҡанда бик ихлас, ярҙамсыл, ихтирамлы булды. Алдашыуҙы, ялағайлыҡты ене һөймәне. Ғәҙеллекте яратты. Тура һүҙле, әсе телле, тәнҡитсел булды. Ошо ҡылығы уның булмышында күп урында әлтәк һуҡты ла инде. Мин дә, ағалары, ҡустылары ла: «Нияз, ҡуй шул әсе телең, тура һүҙлелегеңде», – ти торғайныҡ. Бөтә кешелә лә бер төрлө холоҡ булмай бит. Тура һүҙле, ғәҙел, изге күңелле кеше ине балаҡайым!
Әминә МӘҺӘҘИЕВА.