

Агиш ҒИРФАНОВ
УЛ АУЫЛДАН КИЛГӘЙНЕ...
Алсынбай ҡарт осона сыға алмаҫлыҡ хикмәтле эшкә тарыны һәм бына әле шул йомош менән ҡалаға килде.
– Бәлки, ошонда хәл итерҙәр? – тине ул, биш ҡатлы йорт алдына килеп еткәс.
Вахтёр уға дүртенсе ҡаттағы 346-сы бүлмәгә инергә ҡушты. Һәр төрлө консультацияларҙы шунда бирәләр икән. Алсынбай ҡарт кәпәсен ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы, һаҡалын һыпырып алды һәм ҙур һаҡлыҡ менән генә ишекте асты.
Машинкалы өҫтәл артында, бөтә бүлмәгә нур һирпеп, бер ҡыҙ ултыра. Үҙе, ултырғыстың арҡаһына сантая биреп, ҡара-көрән ирендәрен ослайтып, телефонда һөйләшә.
Алсынбай ҡарт кәпәсен ҡултыҡ аҫтынан алға күсерҙе лә йомшаҡ ҡына һүҙ ҡатты:
– Ҡыҙым, мин ауылдан килгәйнем...
– Иртәгә ин, бесәйкәйем...
Алсынбай ҡарт кире боролдо.
– Юҡ, һеҙгә түгел. Тыңлайым, бабай.
Ай ҡыҙы оҙон керпектәрен ҡартҡа төбәне.
– Мин ауылдан килгәйнем, – тип башлап алып китте ҡарт. – Ҡат-ҡат яҙҙым – яуап бирмәнегеҙ. Инде, алыҫ ерҙе яҡын итеп, үҙем килдем. Ишмырҙа ауылынан. Ғүмерем шунда үтте. Ете бөркөт үҫтерҙем. Етеһе ете яҡҡа осоп китте. Ә беҙ ҡортҡа менән икәү, ағас дөмҫәһенә үҫкән бәшмәк һымаҡ, ултырып ҡалдыҡ. Улдарымдың береһе – Стәрлегә, икенсеһе – Салауатҡа, өсөнсөһө Күмертауға саҡыра. Фатирҙарыбыҙ дан, тиҙәр. Туған тупраҡты ташлап китеүе ауыр булһа ла, әле бер ҡарарға килеп торабыҙ. Тик бына бәлә – өйҙө хәл итеп булмай. Алыусы юҡ, хәҙер һәр кем үҙе һала. Тәҙрә-ҡапҡаларын бикләп китер инең, ауылдың ҡотон ебәрер, тибеҙ. Әллә шуны...
Шул ерҙә Алсынбай ҡарт шып туҡтаны. Ҡыҙҙың күҙҙәре уға туп-тура ҡарап торһалар ҙа, ҡолағы трубкала ине. «Һиңә һөйләп ваҡыт әрәм иткән мин ахмаҡ», – тип кире боролорға торғанда ғына ҡыҙыҡай уң яҡтағы ишеккә ымланы. Рөхсәт итәм, йәнәһе, үтегеҙ.
Алсынбай ҡарт ишекте асты. Бына әкәмәт бүлмәләре ҡайҙа икән?! Унда теҙелешеп алты кеше ултыра. Уң рәттә - өсәү, һул рәттә - өсәү. Ҡайһыһына өндәшергә лә белерлек түгел. Алсынбай ҡарт: «Бынауы күҙлек кейгәне өмөтлөрәк күренә», – тип эҫкерт осо һымаҡ осло башлы кеше алдына барып баҫты.
– Ну, – тине теге, күҙлек өҫтөнән ҡартҡа тексәйеп.
– Мин ауылдан килгәйнем... – тип баяғы һүҙҙәрҙе теҙеп алып китте ул. Иғтибарлы кеше икән, ҡарттың һәр һүҙе һайын «ну» ҙа «ну» тип кенә ултырҙы. Әммә Алсынбай ҡарт «йорт» һүҙенә килеп еткәс, ул уң яҡта ултырған сибәр ҡыҙға өндәште:
– Клариса, һиңә!
– Тыңлап бөтөгөҙ, иптәш...
– Әйттем түгелме?! Бынауы ҡыҙға! Йорттар буйынса консультацияларҙы ул бирә. Ну!
Алсынбай ҡарт, үҙенең самаламай ысҡындырғанына уңайһыҙланып, кәпәсен ҡултыҡ аҫтынан алға күсерҙе һәм Клариса тигәндәре алдына килеп баҫты.
– Мин ауылдан килгәйнем... – тип башланы ул. Ҡыҙыҡай, үтә күренмәле нәмәгә төшөрөлгән ал, ҡыҙыл, бурҙат, көрән-ҡыҙыл ирен һүрәттәрен үҙенең ирененә үлсәй-үлсәй, «дә», «дә», «дә», тип тыңлап ултырҙы. Әммә ҡарт «Стәрле» һүҙенә еткәс, ирен һайлаусы ҡыҙ уны ҡырт өҙҙө:
– Стәрле бына был иптәшкә инә, – тине.
– Аҙағына тиклем тыңлап бөт, ҡыҙым...
– Бөтмәйем. Ана, эшһеҙ ултыра ул.
Алсынбай ҡарттың йөрәге сәнсеп алды. Шулай ҙа ул сер бирмәне, кәпәсен алдан ҡултыҡ аҫтына күсереп пеләш башлы кеше алдына баҫты. Уныһы өс бөртөк сәсен йолҡа-йолҡа ниндәйҙер шаҡмаҡлы һүрәт өҫтөндә баш вата ине.
– Мин ауылдан килгәйнем...
– Ауылдан? Бына, бына. Бик шәп, – тине өс бөртөк сәсле кеше. – Әйтегеҙсе, нәмә ул – «ауыл хужалығында иң примитив ҡорал»?
– Нәмә?
– Примитив ҡорал. Ябай ҡорал, тимәк.
– Көрәктер, – тине аптыраған Алсынбай ҡарт.
– Во-во. «К-ө-р-ә-к». Биш хәреф, һыя, тура килә. Йә, йомош?
– Һөйләнем бит инде. Бына шул, бер улым Стәрлегә...
– Аңламайым, баштан һөйләгеҙ. Баштан.
Алсынбай ҡарт тулҡынланыуҙан маңлайына сыҡҡан тир бөртөктәрен һыпырып алды ла йәнә һөйләне. Әммә «Күмертауға» еткәс, өс бөртөк сәсле кеше йәнә бүлдерҙе – ҡартты ҡаршылағы ябыҡ ҡатынға ебәрҙе. Ә тегенеһе төймә тартыусы иң ситтәге бөҙрә сәсле кешегә оҙатты. Был һуңғыһы бигерәк тә мөләйем икән. Ҡарт һөйләп бөткәнсе «ах»та «вах», «ай» ҙа «вай» килеп, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп тыңланы.
– Бына шул йортобоҙҙо, – тине Алсынбай ҡарт иртән башлаған һүҙен дауам итеп, – әллә...
Нәҡ шул саҡ бөҙрә сәсле кеше ҡарттың һүҙен бүлдерҙе.
– Сәғәт биш тулды, хөрмәтле иптәш, иртәгә килегеҙ, – тине ул тыныс ҡына, тартмаларын бикләй-бикләй. – Килгәс тә анауы кешегә мөрәжәғәт итерһегеҙ. Ул - баш консультант беҙҙең.
Алсынбай ҡарт үҙ ҡолағына үҙе ышанманы. Эҫкерт һырты һымаҡ осло башлыһында булды бит инде ул?! Шулай уҡ иртәгә лә уны өҫтәлдән-өҫтәлгә йөрөтөрҙәрме икән ни?!
– Тыңлап бөтөгәҙ, саҡ ҡына ҡалды бит?
– Иртәгә, иртәгә, ағай кеше.
Ҡалыл ҡарттың йөрәгенә энә ҡаҙалғандай булды. Күҙ алдында Кларисаның ирендәре төҫлө дүңгәләктәр уйнай башланы...
...Уны тотоп ҡалдылар һәм, ах-вахтарҙы, ай-вайҙарҙы бөртөкләп яҙып тормайынса, тураһын ғына әйткәндә, «Ашығыс ярҙам» машинаһын саҡыртып, больницаға оҙаттылар. Алсынбай ҡарт нәмә әйтергә теләгәндер – быны бер кем дә белмәне...
Ә бер-ике көндән гәзиттә «Илтифатлылыҡ» тигән мәҡәлә баҫылып сыҡты. Унда был ойошмала эшләүселәрҙең Алсынбай ҡартҡа күрһәткән изгелектәре ал буяуҙар менән тасуир ителгәйне. «Улар үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәнеләр. Сәғәт биш тулыуға һәм дә һәр сотрудникты өйҙә телевизорҙары, балалары, бисәләре, ирҙәре көтөп ултырыуға ҡарамаҫтан, кешеләрҙең илтифатлылығы һөҙөмтәһендә ауыл ҡартының сәләмәтлеге һаҡлап алып ҡалынды», тигән һығымта яһалғайны ул мәҡәләлә.
Фотолар: ltraditionalist.livejournal.com һәм bash.bashgazet.ru