+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
8 Май 2023, 16:40

Советтар Союзы Геройы Хәсән Ғайсиндың тыуыуына – 115 йыл

Ул Көйөргәҙе районының Ҡарай ауылында тыуған.

Советтар Союзы Геройы Хәсән Ғайсиндың тыуыуына – 115 йыл
Советтар Союзы Геройы Хәсән Ғайсиндың тыуыуына – 115 йыл

Ул Көйөргәҙе районының Ҡарай ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Молотов исемендәге колхозда бригадир булып эш башлай. 1942 йылда фронтҡа китә. Һуғышта өс тапҡыр яралана. 1944 йылда 204‑се уҡсылар дивизияһында 700‑сө уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры була. 1945 йылда Белоруссия, Литва ерҙәрендәге һуғыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ. Ул шулай уҡ «Алтын Йондоҙ», «Батырлыҡ өсөн» миҙалдарына, Ленин, 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы, 3‑сө дәрәжә Дан ордендарына эйә.

Һуғыштан һуң Хәсән Назар улы тыуған яҡтарына ҡайта. Молотов исемендәге колхозда, Мораптал тоҡомсолоҡ совхозында эшләй.

Ермолаеволағы Батырҙар аллеяһында Советтар Союзы Геройы Хәсән Ғайсинға бюст ҡуйылған. Авторы – Өлфәт Ҡобағошев.

 

Фото: ba.wikipedia.org

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: