+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
16 Июнь 2023, 09:35

"Мин үлмәнем, башҡорттарым!"

Бөгөн - халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына - 269 йыл (1754 - 1800).

 

                                     Салауат ЮЛАЕВ.

 

Мин үлмәнем әле, башҡорттарым,

Тере рух мин һеҙҙең йөрәктә.

Дауамы мин батыр тамырының

Күрәһегеҙ мине бишектә.

 

Бер ҡасан да баш эймәнем ятҡа,

Баш эймәнем хатта батшаға.

Ауһам - ауҙым һуғыш яланында,

Эләкмәне Урал дошманға.

Мин үлмәгән әле, меңәр йыллап

Асылмаған тарих барында.

Теҙ сүгергә әле ашыҡмағыҙ,

Мин тулайым бөгөн ҡарында.


Тағы тыуыр Салауаттар барҙа,

Осар юлҡайҙарың быуылмаҫ.

Бөркөттәрең ирек аулағанда

Тамырҙарың, Башҡорт, ҡоромаҫ.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: