+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Июнь 2023, 10:28

Партизан Киселёвтың батырлығы

1913 йылдың 6 (19) декабрендә Башҡортостандың Благовещен районына ҡараған Богородский ауылында крәҫтиән ғаиләһендә Коля исемле бер малай яҡты донъяға килгән. Бәләкәйҙән тырыш була, яҡшы уҡый. Комсомол сафына ингәс, уны етәксе итеп һайлайҙар. Һиҙгер, тотанаҡлы холоҡло булып үҫә ул. Музыка ярата, йырлай һәм гитарала уйнай.

Николай Киселёв Өфөлә рабфакта уҡый, комсомол ҡала комитеты егеткә Ленинград тышҡы сауҙа институтына уҡырға инергә тәҡдим итә, ә 1941 йылда ошо уҡыу йортон тамамлағандан һуң Мәскәү ҡалаһында «Внешинторг»тың өлкән иҡтисадсыһы була. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Николай үҙ теләге менән фронтҡа китә.

1941 йылдың октябрендә 32-се армияның 29-сы уҡсылар дивизияһында политрук булып хеҙмәт иткән ул. Бер ҡот осҡос алышта ҡаты яраланып, дошман ҡулына эләгә. Рославлдән Минскиға тимер юл буйлап тотҡондарҙы концлагерға алып барған саҡта, вагондың рәшәткәһен һындырып, бер нисә кеше, шул иҫәптән Николай ҙа, ҡаса. Ул яраланған килеш һаҙлыҡҡа бата-бата аҙналар буйы йөрөй торғас, Белоруссияның Илья ауылы кешеһенә тап була. Был изге күңелле әҙәм Николайға йәшерен хәрәкәт ойошторорға тәҡдим итә. Тирә-яҡта немец-фашистар була.
Николай үҙенең кем икәнлеген белмәһендәр өсөн бер ни тиклем ваҡыт тимерселә өйрәнсек булып эшләй. Ул ойошторған төркөм Совет информбюроһы яңылыҡтарын тарата, аҙыҡ-түлек туплау һәм немец армияһына мобилизациялау планын, ҡоллоҡҡа ебәрергә әҙерләнгән йәштәр исемлеген халыҡҡа еткерә. Партизандар менән бәйләнешкә инеп, немец гарнизондары, уларҙың урынлашыу урыны, күпме ҡораллы көсө тураһында хәбәр итәләр.
Фашистар уларҙың төркөмө тураһында белеп ҡала. Әсирлеккә эләгеүҙән ҡасып, Николай Киселёв бер нисә подпольщик менән «Үс алыусы» партизан отрядына барып ҡушыла.
Һуғыш башланыр алдынан Белоруссияның Долгинов ҡалаһында яҡынса 5 мең кеше йәшәгән, күпселеген йәһүдтәр тәшкил итә. Улар – оҫта итекселәр, тегенселәр, икмәк бешереүселәр, ҡыҙыл ағас оҫталары, сәғәт эшләүселәр.
Ҡаланың тыныс тормошо 22 июндә тамамлана. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар урамда йыйылышып кәңәшләшә. Артабан нимә эшләргә? Ҡалырғамы әллә ҡаланы ташлап китергәме? Әммә бер кем дә юлға сығып өлгөрмәй – 28 июндә Минск ҡалаһын фашис­тар баҫып ала. Долгинов­ҡа оккупанттар килә. Беренсе көндә өс кешене аҫып үлтерәләр, гетто ойошторалар. Яҙ башында уҡ Долгинов геттоһынан кешеләр ҡаса башлай. Ҡайһы берҙәренә урындағы ауылдарҙа һыйыныу бәхете тейә, әммә ундайҙар һирәк була. Йәһүдтәрҙе йәшереүселәр оккупанттар тарафынан ҡаты язалана: ғаиләләре менән атып үлтерәләр, бөтә ауылды яндыралар. Фашистар берәүҙе лә йәлләп тормай.
Долгиновта йәшәгән һәм геттоға ҡыуылған 3 меңдән ашыу йәһүдтән 1942 йылдың йәйендә 278 кеше генә иҫән ҡала. Улар партизандарға ҡушылырға тырыша, әммә барыһын да ҡабул итә алмайҙар. Яугирҙар өсөн аҙыҡ-түлек етмәй, ә ҡарттарҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы ашатырға, фашистарҙан һаҡлар­ға кәрәк. Әгәр немецтар белеп ҡал­һа? Әгәр һуғышырға тура кил­һә? Был осраҡта ҡасаҡтар менән нимә эшләргә? Үлемгә дусар итергәме?
Партизандар бригадаһының штабы 1942 йылдың август аҙағында урманда тырым-тырағай йөрөгән йәһүдтәрҙе бергә туплап, 800 километр алыҫлыҡтағы «Сураж ҡапҡаһы» аша тылға сығарырға хәл итә. Тура юлдан барыу мөмкин түгел. Тик ас-ялан­ғас ҡарт-ҡоро, бала-сағанан тор­ған йәһүдтәрҙе дошман тылы, атыш-алыш барған һаҙлыҡлы урмандар аша, жандармдар, полицайҙар, карателдәр тулы ауылдарҙы урап үтеп, яҡлап-һаҡлап алып сығырға теләүселәр та­былмай. Бер-ике партизанға мөрәжәғәт итеп ҡарайҙар, улар баш тарта, ә өсөнсөһө – командир Николай Киселёв ауыр хәлгә ҡал­ған төркөмдө дошмандар мыж­ғыған ерҙәр аша үҙебеҙҙеке­ләр яғына алып сығырға риза була.
Бөтәһе 270 кеше туплана. Улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар, 2 йәштән 14 йәшкә тиклемге бала-сағанан алып 70-те уҙған йәһүдтәр йыйыла һәм Киселёвҡа ярҙам­ға 7 һалдат бирелә. 26 августа юлға сығырға тейеш булалар. Командир, алдан һиҙгәндәй, әгәр бер-бер хәл була ҡалһа, тирә-яҡҡа таралышып, өс көндән ошо уҡ урында йыйылырға ҡуша йәһүдтәргә. Ысынлап та, карателдәр урманды уратып алып, атыш башлайҙар. Өс тәүлектән һуң йыйылғанда 220 кеше генә иҫән ҡалған була. Николай Киселёвтың төркөмө 30 августа бик ҡур­ҡыныс һәм ауыр юлға сыға.
Күп йылдар уҙғас, иҫән ҡал­ғандар хәтерләй: «Ҙур ауыл­дарҙы урап үтеп, төндә генә барабыҙ, арып-талһаҡ та, 30 – 40 километр араны уҙабыҙ. Бәләкәс сабыйҙарҙы тоҡҡа һалып йөкмәп атлайбыҙ. Көндөҙ һаҙлыҡлы урындарҙа шып-шым ғына ҡымшанмай ятырға тырышабыҙ, сөнки карателдәргә күренмәҫкә, һиҙҙермәҫкә кәрәк. Аслы-туҡлы булдыҡ. Ныҡ этләндек. Ноябрь айында ҡаты һыуыҡтар башланды, кейем юҡ, аяҡтарға ҡайын туҙынан сабата әтмәләп кейҙе күбебеҙ. Төп ризыҡ – үлән, еләк, бәшмәк һәм һаҙлыҡ һыуы...»
Йыш ҡына карателдәргә юлы­ғып, яраланыусылар ҙа була. Сирлеләр һәм яралылар артта ҡала. Николай Киселёв бер тап­ҡыр ҙа кемделер ташлап китер­гә бойороҡ бирмәй, тороп ҡалырға һәр кем үҙе йәки туғандары ҡарар ҡабул итә. Командир бөтәһен дә ҡотҡа­рыу мөмкин түгеллеген аңлай, әммә көсөнән килгәндең барыһын да эшләргә тырыша. Бер аяҡлы Яков Рубинға үҙенең атын бирә.
Бер мәл отрядҡа немецтар һөжүм итә, бер нисә кеше яралана, шул иҫәптән Шимон Хевлиндың өләсәһе Брайна ла. Шимон Хевлин хәтерләй: «Беҙ өләсәйемде яралы килеш урманда ҡалдырыр­ға кәрәклеген күҙ алдына ла килтерә алманыҡ, сөнки иртәгә фашистар килеп табып, үҙен язалаясаҡ». Атайым кешеләрҙән: «Уны кем атып үлтерә алыр ине?» – тип һорай башланы. Ундайҙар табылманы. Бер кемдең дә ҡулы күтәрелмәне.
Беҙ яралы өләсәйемде уратып баҫып торҙоҡ, иланыҡ, әммә бер нәмәне лә үҙгәртеп булмаға­нын аңланыҡ һәм уны урманда ҡалдырып киттек. Был эпизод мөғжизә менән тамамлана. Ҡарт өләсәйемде партизан отряды командиры Геннадий Сафонов таба һәм ҡотҡара, үҙен дауа­лап, аяҡҡа баҫтыралар. Ул аҙаҡ бөтә ерҙә лә «Үс алыусы» отряды менән була. Өләсәйемде «Урман өләсәйе» тип йөрөтә башлай­ҙар.
Долгиновты азат иткәндә ул партизандар менән бергә ауыл­ға инә. Өләсәйемә был саҡта 80 йәш тирәһе була. Күп йылдар уҙғас, Израилдә уның тураһында китап яҙалар».
Был отрядта үҫмер малай Илья Родошкович та була. «Яраланған ҡулым сереп, гангрена башланды. Миңә ныҡ ҡыйын ине. Барыһы ла ҡулымды терһәккә тиклем ҡырҡырға кәрәк, тип тәҡ­дим итте, юғиһә, мин үләсәкмен. Партизандарҙың береһе, Яш­ка, шәкәр табырға, уны яндырыр­ға һәм был төнәтмәне яраға ҡо­йорға кәрәклеген әйтте. Шул саҡта, имеш, яра төҙәлеп бөтәшә. Ә ул ваҡытта бер стакан шәкәрҙе ҡайҙан алырға? Хатта крәҫтиәндәрҙә лә табып булмай. Киселёв махсус рәүештә шәкәр эҙләү өсөн кешеләр ебәрә. Бер урында табалар, тик бер стакан шәкәр өсөн һыйыр бирергә кәрәк. Бер крәҫтиәндең һыйырын тартып алырға ла уйлайҙар. Тик ул илап, ялбара башлай. Был колхоз һыйыры түгел, ә үҙемдең шәхси һыйырым, мин уның өсөн күп аҡса түләнем, ти ул. Шул саҡта Киселёв колхоз малдарын кем алып киткәнен белешә һәм берәүһен тартып алалар. Һыйыр­ҙы шәкәргә алмаштырып, ике тап­ҡыр яндырып, минең яраға ҡой­ҙолар. Ныҡ ауыртыуҙан аңымды юғалттым, әммә һуңынан ярам уңалды...»
Шимон Хевлин хәтирәләренән: «Икенсе мөғжизә (һәм бында ла мөғжизә ҡот осҡос хәлдәргә үрелеп барҙы) бәләкәй Берта Кремерҙы ҡотҡарыу менән бәйле була. Был ҡыҙға 2,5 – 3,5 йәш тирәһе ине. Ул беҙгә һәр ваҡыт ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырҙы, сөнки ас, шуға күрәлер, ахырыһы, гел илай. Кис йәки төндә походта булғанда быны һиҙмәйһең, әммә көндөҙ, немецтар, полицейский­ҙар йәки крәҫтиәндәр беҙҙе күрмәһен, тип бөтәһе лә ҡымшаныр­ға ҡур­ҡып йәшеренеп ятҡанда, бала бер туҡтауһыҙ ҡысҡырып илаһа, тауышы урманда оркестр кеүек яңғырай. Ә кешеләр уның арҡа­һында үлергә теләмәй, шу­ға ла ата-әсәһенә килеп, бәлә­кәс ҡыҙ менән нимә булһа ла эшләргә кәрәклеген талап итә. Ә был саҡта бер генә юл бар ине – уны үлтерергә. Ата-әсәһе илай, әммә ҡыҙҙы яҡындағы йыл­ғаға батырырға ҡарар итә. Әсәһе уны һыу­ға ташларға алып барған сағында Киселёв килеп: «Нимә булды?» – тип һорай. Береһе лә өндәшмәй, әммә ул барыһын да үҙе аңлай: «Баланы миңә бирегеҙ», – ти. Бөгөнгөләй хәтеремдә: ул ҡыҙҙы күп ваҡыт урман шырлыҡтары аша барғанда ла, ҡола яландан пулялар аҫтынан үткәндә лә, һаҙлыҡ кискәндә лә үҙе күтәреп барҙы. Ә бала бер тап­ҡыр ҙа иламаны. Киселёв был ҡыҙ өсөн кеҫәһендә үҙ өлөшөнән бүлеп, һәр ваҡыт берәр һыныҡ икмәк йөрөтә һәм ашата ине...» Оккупацияланған территория буйлап 1500 километрҙан ашыу юл үткәндән һуң 218 кеше фронт һыҙығынан сыға. Киселёвты хәрби контрразведка «дезертир­лыҡ» өсөн ҡулға ала. Уны үҙе ҡот­ҡарған кешеләрҙең шаһитлығы арҡаһында ғына азат итәләр. Николай Киселёв үҙенең батырлығы тураһында бер кемгә лә һөйләмәй. Ул 1948 йылда I дә­рәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң Анна Сиротковаға өйләнә, уларҙың ҡыҙы һәм улдары тыуа. Тышҡы сауҙа министрлығында эшләй һәм 60 йәшендә үҙе ҡотҡарған йәһүдтәрҙе бер тапҡыр ҙа күрмәйенсә ҡапыл вафат була.
2005 йылдың 28 сентябренән Николай Яковлевич Киселёвтың исеме Иерусалимда Яд Вашем музейында донъя халыҡтары тәҡ­үәлеләре исемдәре мемо­риаль стенаһында мәңгеләштерелә.
Балалары һәм ейәндәре менән бергә ике меңдән ашыу кеше йыл һайын Тель-Авивта 5 июндә – Долгинов геттоһын атып үлтергән көндә йыйыла һәм илай-илай үҙҙәренең ҡотҡарыусыһын иҫкә ала. Николай Киселёвты улар йәһүд халҡын ҡоллоҡтан сығар­ған Муса менән сағыштыра.
2014 йылда Мәскәүҙә ҡала скверҙарының береһе уның хөрмәтенә Киселёв исеме менән атала башлай. Долгиновта Николай Киселёв исемендәге урам барлыҡҡа килгән, ә Благовещенда уның исемендәге скверҙа бала күтәргән һалдат һынланған һәйкәл ҡуйылған, Богородский ауылында Николай Киселёв исемендәге мәктәп тә бар.
Яҡташыбыҙ Николай Яковлевич хаҡында китаптар ҙа яҙылған, кинолар төшөрөлгән. Мәҫәлән, Инна Герасимованың «Тормош маршы» китабында Николай Яковлевич ярҙамында үлемдән ҡотолоп ҡалған кешеләрҙән хаттар һәм хикәйәләр күп. Уларҙың барыһы ла һуғыш ваҡытында фашистарҙан 218 йәһүдте ҡотҡар­ған партизан Николай Киселёвтың батырлығына арналған.
Рәсәй кинотеатрҙарында бар­ған «Миротворец» исемле нә­фис фильм да беҙҙең арҙаҡлы батыр яҡташыбыҙға арнап төшөрөлгән. Шулай уҡ документаль фильм да бар, «Тамуҡтан ҡотҡарылған Киселёв исемлеге» тип атала ул.

 

Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Мәскәү ҡалаһы.

Уртала батырҙың ҡыҙы һәм Башҡортостан вәкиллегенән Айгөл Саҡаева, «Аҡ тирмә» төркөмө етәксеһе Гөлсинә Батыршина һәм Мәскәү башҡорттары.
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: