+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
15 Август 2023, 15:00

15 август Виктор Цойҙы иҫкә алабыҙ

Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә лә бөгөн йырсының ижадын яратыусылар уны хәтергә ала. 1990 йылда, балыҡтан ҡайтып килгәндә, автомобиле автобус менән бәрелешеү һөҙөмтәһендә Цой һәләк була.

15 август Виктор Цойҙы иҫкә алабыҙ
15 август Виктор Цойҙы иҫкә алабыҙ

“Кино” төркөмөнөң йырҙары һаман да популяр. Кумирҙарының иртә китеүенә үкенес белдергән фанаттар йыл һайын хәтер диуарҙарына сәскәләр һала. Төрлө ҡалаларҙа уға бағышланған концерттар уҙа.

Сәхнәлә үҙен ҡыйыу тотһа ла, тормошта Виктор Робертович оялсан булған, тиҙәр. Ул Брюс Ли уй         наған фильмдарҙы яратып ҡараған, Михаил Боярский ижадын бик хөрмәт иткән. Виктор үҙе лә киноға төшә. Рок-төркөм сит илдәрҙә дүрт концерт биреп өлгөрә, артабанғы пландар тормошҡа ашмай ҡала. Цойға мәңгелеккә 28 йәш булып ҡала...

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: