+6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
25 Август 2023, 13:01

Юрий Шатуновтың 50 йыллығына мемориаль таҡтаташ асыласаҡ

6 сентябрҙә, «Ласковый май» төркөмөнөң ваҡытынан алда киткән легендар солисы Юрий Шатуновтың 50 йыллығы көнөндә, Башҡортостанда иҫтәлекле саралар уҙғарыласаҡ.

Юрий Шатуновтың 50 йыллығына мемориаль таҡтаташ асыласаҡ
Юрий Шатуновтың 50 йыллығына мемориаль таҡтаташ асыласаҡ

Мәҫәлән, Күмертауҙа буласаҡ артист уҡыған мәктәп-интернат бинаһында мемориаль таҡтаташ асыла. Хәҙер уҡыу йорто Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемендәге 3-сө республика гимназия-интернаты тип атала.
– Юрий Шатунов бында 1982 йылдан 1984 йылға тиклем уҡый. Ул саҡта уҡыу йорто Ю. Гагарин исемендәге 2-се мәктәп-интернаты тип атала. Гимназиябыҙ бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйыу инициативаһы менән беҙгә Мәскәүҙән йырсының фанаттары мөрәжәғәт итте. Мемориаль таҡтаташты Новосибирскиҙа эшләнеләр, - тип белдергән гимназия директоры Шайморат Тимербулатов. – Гимназияла портреты менән мөйөш һәм Шатунов исемендәге кабинет бар.

"Башинформ"

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: