+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
6 Сентябрь 2023, 18:25

Юрий Шатунов. "Аҡ розалар".

"Ласковый май" төркөмө солисы Юрий Шатуновтың миллиондарса табыныусылары яратҡан йырсыһын иҫкә ала. Бөгөн уға 50 йәш тулған булыр ине. 

Юрий Шатунов. "Аҡ розалар".
Юрий Шатунов. "Аҡ розалар".

Юра Шатунов Күмертау ҡалаһында донъяға килә. Бала сағы ауыр үтә. Әсәһе йөрәк сиренән вафат булғанда Юраға 11 йәш кенә була. Атаһы менән айырылышҡанда өс йәшлек була. 

Ырымбурҙағы 2-се интернат-мәктәптә уҡығанда, 1986 йылдың 6 октябрендә, музыка түңәрәге етәксеһе, композитор Сергей Кузнецов менән таныша. Юра уның йырҙарын башҡара башлай, шулай итеп, "Ласковый май" төркөмө барлыҡҡа килә. 1988 йылда Кузнецов "Ласковый май"ҙың тәүге альбомын яҙҙыра. Шул кассетанан һуң киң танылыу яуланы ла инде төркөм. Һәр киоскынан, һәр магнитофондан үҫмер генә йырсы Юра башҡарған "Белые розы", "Лето", "Седая ночь", "Ну, что же ты...", "Тающий снег" йырҙары яңғырай башланы һәм йыр-моң һөйөүселәрҙең йөрәгенә үтеп инде. 

Миллиондарса табыныусылары булған Юрий Шатуновтың 48 йәшендә генә йөрәк сиренән был донъянан китеп барыуын халыҡ бик ауыр кисерҙе. Германияла ғаиләһе - ҡатыны Светлана, улы Дэннис һәм ҡыҙы Эстелла ҡалды.

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: