+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
7 Сентябрь 2023, 20:00

Таҡтаташ асылды

Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында йырсы Юрий Шатуновҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.

Таҡтаташ асылды
Таҡтаташ асылды

Йырсының тыуған көнөндә уҡыу йортона Мәскәүҙән “Беҙҙең Шатунов” ойошмаһынан уның ижадын хөрмәт итеүселәр, дуҫтары һәм, әлбиттә, мәктәп уҡыусылары килгәйне.

Юрий Шатунов 1982 – 1984 йылдарҙа ошо мәктәптә белем алған. Ул саҡта уҡыу йорто Юрий Гагарин исемендәге 2-се мәктәп-интернат тип аталған.

Гимназия бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйыу идеяһы менән Мәскәүҙән фанаттар сыға. Ул Новосибирскиҙа эшләнгән.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: