+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
21 Сентябрь 2023, 10:36

Бөйөк шәхесебеҙҙе иҫкә алып

Башҡорт совет әҙәбиәте классигы, билдәле шағир, яҙыусы, драматург, публицист, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мостай Кәрим ағайыбыҙҙың арабыҙҙан китеүенә 18 йыл да була бөгөн.

Бөйөк шәхесебеҙҙе иҫкә алып
Бөйөк шәхесебеҙҙе иҫкә алып

Шиғырҙарына яҙылған йырҙары үлемһеҙ, әҫәрҙәре буйынса фильмдар төшөрөлә – тимәк, бөйөк ижады онотолмай! “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын уҡыйыҡ әле.

 

Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, -
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –
Шундай йәшел, юғары.
Нисә быуат шул япраҡты
Ҡайындан өҙмәк булып,
Боҙ һалҡынында туңдырмаҡ,
Утта көйҙөрмәк булып,
Нисә диңгеҙ аръяғынан
Ниндәй елдәр иҫмәгән,
Ниндәй йәшен уйнамаған,
Ниндәй ҡырау төшмәгән.
Шул япраҡты ашар булып,
Нисә төрлө ҡорт һырыған,
Ҡайһы «милләт», ҡайһы « дәүләт »,
Йә «өммәт» затлы булған.
Ғорур япраҡ өҙөлмәгән
Ғорур ҡайын – әсәнән,
Әсәһенең һуты менән,
Көсө менән йәшәгән.
Бөгөнгө яҙ килде илгә
Елдәр, дауылдар аша.
Ҡайындың шат япраҡтары,
Тыңла, нисек шаулаша!
***
Картаға ҡарап, еремде:
-Бер япраҡ саҡлы,-тинем,
Мин хайранмын киңлегеңә,
Башҡортостаным-илем!
Бер сигең Яйыҡ ярында,
Ыҡ буйында бер сигең,
Бөркөт ҡанатын талдырыр
Сал тауҙарың бар һинең.
Һиндә тормоштоң көрлөгө,
Донъялар именлеге,
Һиндә тауҙар ғорурлығы,
Далалар иркенлеге.
Һыуҙарың көмөш.Тупрағың
Торғаны алтын һинең,
Бар хазинаңдан ҡиммәтле
Бәхетле халҡың һинең!
***
Донъя картаһында ерем
Бер япраҡ саҡлы ғына,
Ә быуаттар төпкөлөнә
Ҡараһаң яҡшы ғына,
Ошо изге ерҙән уҙған
Күпме быуын яҙмышы-
Һауаларға ашҡан даны,
Һыуға һеңгән һағышы.
Был тупраҡҡа сәмле тарих
Ҡандар менән яҙылған,
Ҡаяларҙа ҡылыс эҙе-
Ташҡа тамға һалынған.
«Эйгән башты ҡылыс сапмай»,-
Тиһә лә иҫке мәҡәл,
Баш эймәгән ғорур халҡым,
Теҙ сүгеп йәшәмәгән.
…Бик хәйерсе булған халҡым,
Тик хәйер һорашмаған,
Билгә ҡылыс таҡҡан, шуға
Арҡаға тоҡ аҫмаған,
Билгә ҡылыс таҡҡан, ләкин
Күршелә ил баҫмаған.
Кем уға ҡорал күтәрһә,
Шуны яуҙа тураған.
Дошманының атын һорап,
Затын һорап тормаған.
Кисәгең дә, бөгөнөңдәй,
Күңелемә яҡын минең,
Утты, һыуҙы кисеп үткән
Ҡаһарман халҡым минең!

Әйткәндәй, телеграм-каналыбыҙҙа “Ярлыҡау” фильмын ҡарарға була: https://t.me/yanshishma02/422.

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: