+6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
18 Октябрь 2023, 19:19

Ҡабырғатауға туҡтамай үтмәгеҙ...

Уҙған аҙнала Күгәрсен районында күренекле ҡәләмдәштәребеҙ Венер һәм Рәмил Йәнбәковтарҙы иҫкә алыу саралары үтте. Иҫтәлекле осрашыуҙар Йәнбәковтар тыуып үҫкән Дауыт-Ҡайып, шулай уҡ Теләүембәт, Тәүәкән ауылдарында булды. Унда Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһы рәйесе, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы директоры Илнур Сәлихов, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы вәкилдәре, Йәнбәковтарҙың туғандары, дуҫтары, ҡәләмдәштәре, ауылдаштары, ижадтарын ихтирам итеүселәр ҡатнашты.

Ҡабырғатауға туҡтамай үтмәгеҙ...
Ҡабырғатауға туҡтамай үтмәгеҙ...

Беҙҙе Тәүәкән ауылы хакимиәте башлығы Булат Ҡаразбаев етәкселегендә Дауыт-Ҡайып ауылы халҡы, ағинәйҙәр икмәк-тоҙ, йыр-бейеү менән әй­ҙүкләп ҡаршыланы. Тәүҙә Венер, Рәмил Йәнбәковтарҙың ҡә­берҙәренә зыярат ҡылдыҡ. Унан ауылдың мәҙәниәт йортондағы таҡтаташҡа сәскәләр һалдыҡ, ауыл халҡы сәй табынына саҡыр­ҙы. Фойеға музей экспонаттары ҡуйылғайны. Рәмил Йәнбәк тәбиғәте, фиғеле менән, үҙебеҙсә әйткәндә, «шығырҙап торған ҡыпсаҡ» ине. Музей экспонаттары араһында күпселектә баш­ҡорттоң боронғо яу ҡорамалы, эйәр-өпсөнө булыуы ла шуға ишара. Хәйер, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин әйтмешләй, яугир халыҡтың ғына тарихы һәм шул тарих хаҡында һөйләрлек Венер атлы журналисы, Рәмил атлы шағиры булалыр.
Артабан Теләүембәт күп функ­циялы мәҙәниәт үҙәгендә «Мин тыуғанмын тик бер балҡыр өсөн...» тигән кисә үтте. Унда ҡатнашыусылар Йәнбәковтар хаҡында йылы тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Бигерәк тә Рәмил Йәнбәк менән студент һурпаһын бергә татыған атаҡлы бейеүсе, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитовтың Йәнбәк стилендә ярым юмор, ярым етдилек менән сығыш яһауы ауыл халҡының күңеленә хуш килде. «Йәншишмә» гәзите баш мөхәррире Мирсәйет Юны­сов Венер һәм Рәмил Йәнбәковтарҙың башҡорт балалары матбуғатын үҫтереүгә индергән өлөшө хаҡында әйтеп үтте.
Кисәлә шулай уҡ «Ағиҙел» журналы редакцияһы уҙғарған Рәмил Йәнбәктең ижадына арналған «Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин...» шиғыр һөйләү видеоконкурсына йомғаҡ яһалып, еңеүселәргә дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бына улар:
Руслан АБДУЛЛИН, Ейәнсура районы Өмбәт ауылынан,
Олиә СИТДИҠЙӘНОВА, Борай районы Таңғатар ауылынан,
Зинира ШӘРӘФИЕВА, Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылынан,
Мәүҙиға БАЙМӨХӘМӘТОВА, Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылынан,
Ильяс ЯНБАЕВ, Баймаҡ районы Ҡаратал ауылынан.
Шулай уҡ еңеүселәр араһында Илеш районынан журналыбыҙҙың күптәнге әүҙем дуҫы Эльмира НАСЫРТДИНОВА ла бар ине. Ул тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға сыҡты.
Башҡорт телен һаҡлауға һәмшиғриәтебеҙҙе популярлаштырыуға индергән өлөшө өсөн ошо алты еңеүсене шулай уҡ «Педагогик китап» фәнни-методик үҙәге директоры Тимербулат Солтан улы Хоҙай­ғолов аҡсалата премия менән бү­ләкләне.
Аҙаҡтан Тәүәкән мәктәбендә уҡыусылар менән осраштыҡ. Сарала ҡатнашыусылар баш­ҡорт әҙәбиәтенә, журналис­тикаһына ҙур өлөш индергән Венер һәм Рәмил Йәнбәков­тар­ҙы йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды, мәктәп уҡыусыларының күп һанлы һорауҙарына яуап бирҙе. Видеоконкурс еңеүсеһе, Борай ҡыҙы Олия Ситдиҡйәнованың Рәмил Йәнбәктең «Бер иларға ине» тигән шиғырын яттан һөйләүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
1995 йылда Дауыт-Ҡайыпта үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына Рәмил ағай композитор Айрат Ғайсин менән икебеҙҙе алып ҡайтҡайны. Ул замандан 28 йыл ваҡыт үтеп киткән. Ҡабырғатауға ла алып менгәйне беҙҙе ағайыбыҙ. Ауылдың зыяраты шул тауҙың ҡаршыһында ғына. Ул яҡҡа юлығыҙ төшһә, Ҡабырғатау янында туҡтамай үтмәгеҙ!

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай,
«Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары.

Ҡабырғатауға туҡтамай үтмәгеҙ...
Ҡабырғатауға туҡтамай үтмәгеҙ...
Ҡабырғатауға туҡтамай үтмәгеҙ...
Ҡабырғатауға туҡтамай үтмәгеҙ...
Ҡабырғатауға туҡтамай үтмәгеҙ...
Ҡабырғатауға туҡтамай үтмәгеҙ...
Ҡабырғатауға туҡтамай үтмәгеҙ...
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: