+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
20 Октябрь 2023, 20:17

Шағир тыуыуына – 104 йыл

Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург Мостай Кәримдең тыуған көнөндә уның Өфөләге һәйкәле янында тантаналы сара үтте.

Шағир тыуыуына – 104 йыл
Шағир тыуыуына – 104 йыл

Саҡырылған ҡунаҡтар һәм яҙыусының ижадын яратыусылар йыйылды байрамға. Ул һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан башланды. Әлбиттә, шағирҙың ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә апай килгәйне. Тантанала шулай уҡ Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев сығыш яһаны. Беҙ барыбыҙ ҙа Мостай Кәримдән өлгө алабыҙ, тине ул. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай ҡәләмдәшенә арналған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Артабан ҡала мәктәптәре уҡыусылары һәм Милли йәштәр театры артистары йырланы, шиғырҙар һөйләне. Ә Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттарына Өфө фән һәм технология студенттары лайыҡ булды.

Шағир тыуыуына – 104 йыл
Шағир тыуыуына – 104 йыл
Шағир тыуыуына – 104 йыл
Шағир тыуыуына – 104 йыл
Шағир тыуыуына – 104 йыл
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: