+6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
26 Октябрь 2023, 15:00

“Мин еремде маҡтап туймамын...”

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы Мостай Кәримгә нимәһе менән яҡын булғанын беләһегеҙме?

“Мин еремде маҡтап туймамын...”
“Мин еремде маҡтап туймамын...”

Буласаҡ яҙыусы Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡығанда был белем усағында практика үткән икән. Бик билдәле булып киткәс тә юлды һыуытмаған – үҙе лә, ҡыҙы менән дә әҙәби осрашыуҙарға килеп йөрөгән. “Әгәр яҙыусы булмаһам, мотлаҡ уҡытыусы булыр инем”, – тигән һүҙҙәре лә бар. Шуға ла уҡыусыларҙың Мостай ағайҙы онотмауы тәбиғи. Был юлы бөйөк ижадсының тыуыуына 104 йыл тулыуға арнап бик матур сара әҙерләгәндәр.

“Мин еремде маҡтап туймамын...” тип аталған хөрмәт һәм хәтер кисәһендә Мостай донъяһына сумдыҡ. Бала сағы, һуғышта ҡатнашыуы, ғаиләһе – барыһы ла кинокадрҙар һымаҡ күҙ алдынан үтте. Уҡыусыларҙы ысын әртис тип торорһоң – шул тиклем оҫта башҡаралар ролдәрен! Яҙыусы ағайыбыҙ биографияһының һәр мәле шиғырҙар, йырҙар менән үрелеп барҙы. Бер тынала үтте лә китте тамаша. Алып барыусылар – VIII “Г” синыфы уҡыусыһы Искәндәр Мөхәмәтйәнов һәм XI “А”-нан Зилиә Таһироваға афарин.

Осрашыуға Мостафа Сафа улының ҡыҙы Әлфиә апай һәм уларҙың ғаилә дуҫы – актриса, режиссёр Фәрдүнә Ҡасимова саҡырылғайны. Бик ихлас ҡарап, уҡыусы балаларға рәхмәт белдерҙе улар. Әлфиә ханым Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе булараҡ гимназияға атаһының китаптарын бүләк итте. Улар араһында ағаһы Илгиз Кәримовтың һуңғы эше – башҡорт халыҡ әкиәттәренең урыҫ теленә тәржемә ителгән баҫмаһы ла бар ине. Үҙ сиратында белем усағы директоры Илнур Рифат улы Сәлихов ҡунаҡтарға ныҡлы һаулыҡ теләне, тағы осрашыуҙарға көтөүен белдерҙе.  

“Мин еремде маҡтап туймамын...”
“Мин еремде маҡтап туймамын...”
“Мин еремде маҡтап туймамын...”
“Мин еремде маҡтап туймамын...”
“Мин еремде маҡтап туймамын...”
“Мин еремде маҡтап туймамын...”
“Мин еремде маҡтап туймамын...”
“Мин еремде маҡтап туймамын...”
“Мин еремде маҡтап туймамын...”
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: