-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
28 Ноябрь 2023, 14:00

Проза ла йыр булып яңғырай шағир ҡулында

Күҙҙәрең һинең ҡап-ҡара ине,

Проза ла йыр булып яңғырай шағир ҡулында
Проза ла йыр булып яңғырай шағир ҡулында

Күҙҙәрең һинең
ҡап-ҡара ине,
Баҡһаң, йөрәкте
аҡтара ине...

Рәшит Назаровтың тормошона, ижадына ҡағылышлы мәғлүмәттәр бик ҡыҫҡа. Шиғырҙары, нәҫер­ҙәре, хикәйәләре республика матбуғатында 1962 йылдан баҫылып килде. 1965 йылда – «Таңды ҡаршылау», ә 1970 йылда «Ҡояш юлы буйлап» тигән шиғыр китаптары донъя күрҙе. Әсхәл Әхмәт-Хужа яҙыуынса, «Мәңгелек ғаләм аҫтында сәйер донъяға һоҡланып бағып, ел иҫкәнгә, ҡош талпынғанға, ағастар япраҡ ярғанға ҡыуанып ҡарап, ул ни бары 21 йыл ярым ғына тулы ҡанлы тормошта йәшәй алды, шул арауыҡтың да ни бары көсөргәнешле биш, уҙа-барһа алты йылын тотошлай ижад эшенә — шиғриәткә арнарға өлгөрҙө. Шағир ғүмеренең ҡалған өлөшө иһә... ҡараңғылыҡҡа убылды, йырып үткеһеҙ томанға сорналды. 1966 йылдың яҙынан бирле дауаханала ята-сыға дауаланып йә ауырыуҙар өсөн махсус ярҙамсыл хужалыҡта эшләп, ул икһеҙ-сикһеҙ яфалар кисерҙе. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем инвалидтар йортонда көн итте».
Шағирҙың 1991 йылда – «Йөрәгемде һеҙгә илтәм», 1994 йылда «Йәшен» тигән китаптары баҫылып сыҡты. Рауил Бикбаевтың «Салауат та, Рәшит Назаров та бер үк йәштә тиерлек тотҡонлоҡҡа дусар була: береһе каторгаға бикләнһә, икенсеһенең зиһенен ҡараңғылыҡ солғап ала. Әйтерһең дә, улар был донъяға таланттары менән кешеләрҙе хайран итергә лә, шунан һуң тиҙ арала бәхетһеҙлек­кә тарып, милләтте үкендерергә, хәсрәткә һалырға тыуған», тип сағыштырғаны билдәле. Миңә иһә Рәшит Назаровтың ошо «зиһенен солғап алған ҡараңғылыҡ» тынғы бирмәне. Әммә ни эшләптер был турала Әсхәл ағайҙан һорарға тартына инем.
Ағайҙың вафатынан һуң уның хәләл ефете Лүзә еңгәй Рәшит Назаровтың Әсхәл Әхмәт-Хужаға яҙған хаттарын архивҡа тапшырырға йөрөгәндә был хазина минең ҡулға ла килеп эләкте. Бөйөк шағирыбыҙҙың үҙ ҡулдары менән яҙған хаттарын тотоу – үҙе бер бәхет. Үкенескә, Әсхәл ағайҙың уға яҙған хаттары һаҡланмаған.
Уҡыусылар иғтибарына Рәшит Назаровтың бер нәҫерен тәҡдим итәм.

Илдар ҒӘБИТОВ.

 

Адресһыҙ хат

Һөйөклөм!
Мин һаман һинең хаҡта уйлайым.
Нурға сумған туғайҙа бүтән кеше бик күп, бик күп сағыу ҙа, ҡупшы ла гөлдәр араһында үҫкән тыйнаҡ бер сәскәгә тормош, гүзәллек, шатлыҡ өргән, һис кемгә күренмәгән изге, тылсымлы һут кеүек, һауа ке­үек, һин минең бөтә барлығымды тултыраһың, көс һәм дәрт бирәһең, аҫыл ҡошом, берҙән-берем минең!
Был уйҙарҙан башҡа мин ҡайһылай йәшәр инем икән?! Йөрәгемдә һин булмаһаң, ул ҡайһылай буш булыр ине!
Бына мин һиңә хат яҙам. Мин кем? Ҡайҙан? Ниңә кәрәк ул? Был барыбер түгелме ни? Был иң мөһимме ни? Мин дә бит һине белмәйем.
Беҙ таныштар түгел, һине мин алыҫтан тороп ҡына ла күргәнем юҡ хатта, миңә һинең хаҡта бер кем дә бер ҡасан да бер ни ҙә һөйләгәне булманы... Һинең күҙҙәрең дә, бәлки, яҙғы аяҙ күк кеүек, зәп-зәңгәрҙер; бәлки, бешкән муйыл кеүек, сөм ҡаралыр; моғайын, һоролор ҙа... Кем белә.
Ләкин нисек таныштар улар миңә, уларҙан бөркөлөп торған нур нисә тапҡыр минең өшөп туңырға еткән йөрәгемде иркәләп йылытты терелергә. Ашҡынырға мәжбүр итте... Донъялағы иң гүзәл күҙҙәр былар! Мин бары шуны ғына беләм, ҡәҙерлем минең.
Һөйөклөм!
Мин йыш ҡына таңдарын яңғыҙым хуш еҫле, һутлы йәш үләндәргә күмелгән шундай йәшел туғайҙарға йөрөйөм, мәңге ҡайҙалыр ашыҡҡан, мәңге ниндәйҙер бик бөйөк, гүзәл нәмә хаҡында йырлаған, ләкин бер ҡасан да йырлап бөтөрә алмаған, саф, етеҙ ағымлы, зифа һынлы йылға буйында, тулҡындарға эйелеп, ниҙер уйлағандай тынып ҡалған бөҙрә талдар аҫтында оҙаҡ-оҙаҡ ултырам, ҡоштар моңон тыңлайым һәм йөрәккә шундай рәхәт, еңел булып китә – был хаҡта әй­теп аңлатыуы мөмкинме икән? Һин дә минең янда бул­һаңсы, тип уйлайым мин шундай саҡта. Беҙ икәүләп алыҫ күкһел тауҙарға, ҡояш нурҙарына ҡойоноп, емелдәп торған офоҡтарға китер инек, икәүләшеп шундай йырҙар йырлар инек, һөйөклөм, шундай йырҙар йырлар инек, – бынан һуң донъя мәңге йырлап йәшәмәҫ, беҙ­ҙең кеүек мәңге шат, бәхетле булмаҫ, тип иҫбат итергә аҙапланһалар, был, кәм тигәндә, көлкө һәм мәғәнәһеҙ булыр ине һинең менән минең өсөн!
Мин һине, өнөмдәге шикелле үк, төштә бер ҡасан да күргәнем юҡ. Төш күреү һәләте бирелмәгән, ахыры, миңә. О! Мин һине нисек күрергә теләр инем! Төшөмдә генә булһа ла! Төшөмдә генә булһа ла!
Беләм, һин минең йөрәгемде һәр төрлө яҡшы булма­ған нәмәләрҙән һаҡлап тораһың, һөйөклөм, йөрәккә бәләкәс кенә булһа ла тап ҡалдырырҙай төштәрҙән дә һаҡлайһың һин мине!
Мин бәхетле, мин шундай бәхетле! Үҙеңде бер ҡасан да күргәнем булмаһа ла, хатта исемеңде, бармы-юҡ­мы икәнлегеңде лә белмәһәм дә, мин һине һәр ваҡыт үҙем менән тоям, һиңә ышанам, һин минең йөрәктәһең, уйҙаһың, миндәге бөтә яҡшы нәмә ул – һинеке, бергенәм! Уларҙың бөтәһен дә һин ижад иткәнһең... Мин иҫ киткес бәхетле, бәхетле...
Һин – минең алыҫ өмөтөм, хыялым, сафлыҡтың һәм гүзәллектең идеалы. Шуға күрә мин һиңә ышанам, шуға күрә минең йөрәгемде, мине бер ҡасан да яманлыҡ, шаҡшылыҡ буяй алмай. Шуға күрә мин донъялағы иң бәхетле кеше!
Һөйөклөм, һөйөклөм!..

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: