+13 °С
Ясно
VKOKМакс
Хәтер
7 Февраля 2024, 05:55

Баш эйәбеҙ

Тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы китапханабыҙҙа хәтер дәресе үтте. Ул «Беренсе. Башҡорттоҡо. Беҙҙеке» тип аталды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Баш эйәбеҙБаш эйәбеҙ
Баш эйәбеҙ

Тәүҙә балалар менән документаль фильм ҡараныҡ. Мортаза Ғөбәйҙулла улының бала сағы, яратҡан шөғөлдәре, тормош юлы, сәйәси ҡаҙанышта­ры хаҡында белдек. Алдан китаптар күргәҙмәһе лә әҙерләгәйнек. Уларҙа тәүге Президентыбыҙҙың республикалағы һәм илдәге роле хаҡында һөйләнелә.
Хәтер дәресе – уҡыусыларҙы тарихи шәхесебеҙ менән таныштырыу ысулы ғына түгел, ә Мортаза Рәхимовҡа оло хөрмәт билдәһе лә. Үҙен халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған ил ағаһы алдында баш эйәбеҙ.

Анна ЕГОШИНА, 38-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас