+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
7 Февраль , 12:27

Һәйкәл асыла

Өфөлә тантаналы сара башланып тора.

Һәйкәл асыла
Һәйкәл асыла

Баш ҡалала Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асыла. 

Бөгөн Мортаза Ғөбәйҙулла улына 90 йәш тулыр ине. Ул халҡының һөйөүен, хөрмәтен яулаған бөйөк шәхес ине. Һәр ваҡыт һәм һәр урында республикабыҙҙың, күп милләтле халҡының мәнфәғәтен яҡланы. Башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә күп өлөш индерҙе.

Бер ниндәй һынауҙар ҙа, ҡыйынлыҡтар ҙа Мортаза Рәхимовты һындыра алманы. Уның ныҡышмаллығы һәм алдан күрә белеү сәйәсәте һөҙөмтәһендә республика ҡыҫҡа ваҡыт эсендә илдең иң алдынғы төбәктәре рәтенә сыҡты. Советтар Союзы тарҡалғас, ауылдарҙа күп хужалыҡтарҙы һаҡлап ҡалды. Ул етәкселек иткән йылдарҙа ҡалаларҙа бер-бер артлы күп ҡатлы йорттар ҡалҡты. Өфө эргәһендә заманса ауылдар һәм ҡасабалар үҫеп сыҡты. Баш ҡалабыҙҙың йөҙө лә танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Юлдар, күперҙәр төҙөүгә, йүнәтеүгә, ауылдарға газ үткәреүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленде. Мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт киң үҫеш алды. Яңы уҡыу йорттары, милли мәктәптәр һәм гимназиялар, театрҙар, филармониялар асылды. Беҙҙә матбуғат, радио һәм телевидение һаҡланып ҡына ҡалманы, ә яңы баҫмалар, башҡорт, урыҫ һәм татар телдәрендә тапшырыуҙар ҙа барлыҡҡа килде.

Илем, телем, тип йәшәне Мортаза Рәхимов. Халҡы менән тарих арбаһында бергә булды, бергә ҡайнаны. Быны мәңге онотмабыҙ.

 Фото: https://t.me/radiouldash.

Һәйкәл асыла
Һәйкәл асыла
Һәйкәл асыла
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: