-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
12 Июль , 11:19

Зәйнулла Ихсанов иҫтәлегенә

Башҡорт халҡының күренекле шәхестәре күп. Уларҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы байтаҡ эш башҡара.

Зәйнулла Ихсанов иҫтәлегенә
Зәйнулла Ихсанов иҫтәлегенә

Өфөләге Революция урамындағы 39-сы йортҡа медицина фәндәре докторы, профессор, ғалим-физиолог Зәйнулла Ихсановҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. 

Ул — медицина фәндәре докторы (1958), профессор (1964). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1966). 

Зәйнулла Әмин улы Ихсанов 1906 йылдың 26 ноябрендә Өфө губернаһы Силәбе өйәҙе Мәтәл ауылында тыуған (Арғаяш районы).

1932 йылда 2-се Мәскәү медицина институтын тамамлай.

1932—1934 йылдарҙа һәм 1939 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта.

1941 йылдан башлап Төньяҡ-Көнбайыш фронтта хәрби табип.

1944 йылдан — Иванов медицина институты уҡытыусыһы.

1946 йылдан алып СССР Медицина Фәндәре Академияһының Педиатрия институтында (Мәскәү) эшләй: өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1955 йылдан башлап лаборатория етәксеһе.

1963—1973 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыу эштәре буйынса проректор, 1965 йылдан алып ректор, бер үк ваҡытта 1968 йылдан башлап нормаль физиология кафедраһы мөдире.

1997 йылдың 25 декабрендә Өфөлә вафат була.

З.Ә.Ихсановтың фәнни тикшеренеүҙәре үҙәк нервы системаһы физиологияһын өйрәнеүгә һәм бактериаль интоксикациялар патогенезында һәм терапияһында уның ролен асыҡлауға, иртә ҡартайыуҙың үҫеш механизмдарын тикшереүгә һәм уны иҫкәртеү сараларын эшләүгә, онтогенетик үҫеш процесында диалектика закондарының сағылыу үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. 40-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. (Википедия буйынса.) 

 Зәйнулла Ихсанов хаҡлы ялға сыҡҡас, пьесалар яҙа, һоҡланғыс пейзаждар һәм портреттар төшөрә. Уның «Кәкүк саҡыра» пьесаһы буйынса спектакль күп йылдар Башҡорт драма театры сәхнәһендә уңышлы ҡуйылды.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: