+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
6 Август , 16:01

Садако Сасаки

Моғайын, 12 йәшендә генә ғүмере өҙөлгән был япон ҡыҙының фажиғәле яҙмышы тураһындағы тарихты ишеткәнегеҙ барҙыр.

Садако Сасаки
Садако Сасаки

1945 йылдың 6 авгусында Японияның Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы төшкәндә, Садако Сасакиға ике генә йәш була. Шартлау тулҡыны уны тәҙрәнән тышҡа атып бәрә. Шулай ҙа ҡыҙ иҫән ҡала. Уҡырға төшә. Йүгереү буйынса шәп була. 

Ә 1954 йылда Садакола лейкемияның тәүге билдәләре күренә башлай. Был радиация менән зарарланыу эҙемтәһе була. Дауаханала ятҡанда ҡыҙ япон торналары тураһында легенда ишетеп ҡала. Имеш, ҡағыҙҙан мең торна яһаһаң, иң ҙур теләгеңде тормошҡа ашырырға мөмкин. Садако тырышып торналар эшләй башлай. Әммә хәле насарая бара һәм 12 йәшендә ғүмере өҙөлә.

1958 йылда Хиросиманың Тыныслыҡ паркында Садако Сасаки һәм һәләк булған башҡа балалар иҫтәлегенә ҡыҙҙың торналар тотоп торған статуяһы ҡуйыла. Уның постаментына "Был беҙҙең күҙ йәштәре. Был беҙҙең доға. Бөтә донъяға тыныслыҡ" тигән һүҙҙәр яҙылған.

Садако Сасаки тураһында йыр ҙа бар. "Япон торнаһы" тип атала.

Фото: yandex.

Садако Сасаки
Садако Сасаки
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: