-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Октябрь , 11:25

Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына – 85 йыл.

Бөгөн талантлы шағир, билдәле журналист Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына 85 йыл тула. Ошо айҡанлы уның ауылдашы яҙыусы Иршат Теләүембәтовтың "Тамырҙары уның Аҫҡарҙан..." яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. Самат ағай ижад менән мауыҡҡан йәш райондаштарына ла иғтибарлы, кәңәшсе булды. Бөгөн уны хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.

Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына  – 85 йыл.
Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына – 85 йыл.

Бөрйән районы Аҫҡар ауылында 30 октябрҙә башҡорт шағиры, журналист Самат ағай Ғәбиҙуллиндың 85 йыллығы буласаҡ. Яҙыусылар менән берлектә бөрйәндәр - уның туғандары, ауылдаштары, мәктәп коллективы, райондың "Таң" гәзите ҙур байрам үткәрә. Шуға күрә мин Самат ағай Ғәбиҙуллин тураһында үҙемдең иҫтәлектәремде уртаҡлашырға булдым.

Самат Ғәбиҙуллин... Уның яҙыусылар, шағирҙар менән ауылға килеп осрашыу үткәреүен бәләкәй саҡтан уҡ яҡшы хәтерләйем. Тик байтаҡ йылдар үтһә лә һис кенә лә насип булмағайны миңә!
... Мәһәҙи бабай менән Гөлниса инәй олатамдар менән күрше йәшәгән. Уларҙың биш балаһын - Фәрхениса, Хаммат, Шәмсениса, Һауа һәм бәләкәй Саматты әсәйемдәр яҡшы белгән.
Хәтеремдә, Өфөлә студент саҡта шағир Самат ағайҙың "Тауыш килә тауҙарҙан" тигән (1967 йылғы) иң тәүге китабын табып алғайным. Аҫҡарҙың тауҙары, туғайҙары, йылғаһы тураһында һүҙ барғас, күңелемә бик йылы булып китте, хатта мендәр аҫтына һалып йоҡланым.
Ағай Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, күп райондарҙа гәзиттәрҙә эшләгән, аҙаҡ 1981 йылда үҙебеҙҙең Бөрйәнгә ҡайтып "Таң"гәзитендә яуаплы секретарь булып киткәйне.
Мин шиғыр яҙмаһам да хикәйә яҙырға теләгәйнем. Аҙаҡ рәте-сиратында килтереп тоттом да конвертҡа һалып "Таң"ға ебәрҙем. Белмәйем, баҫырҙармы-юҡмы, тигәйнем мин!
Иншалла, Самат ағайҙан ҡалын ғына хат килеп төштө! Ул минең хикәйәмде һыҙғыланып-төҙәткеләп гәзиткә барыбер баҫтырған, остоҡ ҡына хат та ебәргән. "Һаумы, ҡустым! Яҙ! Күрше Самат ағайың." Ҡанатланып йөрөнөм хатта! Тимәк, Самат ағай күрше булыуымды белгән бит, ана шуға ныҡ ярҙам иткән дә инде!
Ҡыуаныстан шул йылда өс хикәйә ебәрҙем. Аҙаҡ декабрь аҙағында "Таң"ды ҡараһам, 4 кешене - ауыл хужалығы һәм төрлө темаға яҙған өсәүҙе һәм әҙәбиәт буйынса мине "Йыл лауреаты" иткәндәр! Беҙҙең фотолар ҙа тора. Студент саҡта премияһы ла байтаҡ!
Шулай итеп, был әҙәбиәткә һөйөү уятты, ахыр ситкә, яуаплыҡты ла бермә-бер өҫтәне!
Бөрйәнгә ҡайтҡас, Самат ағай менән бик оҙаҡ осрашып йөрөнөм. ...Хәтеремдә, үҙемде уҡытҡан уҡытыусыларым менән мәктәптә уҡытып йөрөй инем әле. 1989 йылдың 30 октябре ине. Самат ағайҙың 50 йәше булып киткән икән! Заманында практикала саҡта ауылыбыҙҙа уҡытып киткән шағир Тимер Йосопов, Тайфур Сәғитов Аҫҡарҙы күреп ҡайтыуҙарын теләгән!
Беҙ тиҙ генә дәрестәрҙе өҙҙөк. Мин ҡунаҡтарҙы уҡыусылар менән ауыл осонда ҡаршыларға барҙым. Самат, Тимер, Тайфур ағайҙар менән ҡосаҡлашып күрештек!
Кискә ҡарай клубта аҫҡарҙар бик күп йыйылды. Тәүҙә мин ҡунаҡтар менән таныштырып үттем. Йәнле осрашыу бик һәйбәт үтте! Ауылда Ғәбиҙуллиндар күп бит. Ана шуға Самат ағайҙың Ғәлиә, Римма, Мәрйәм еңгәйҙәренең йәнле, матур сығыш яһауҙарына һоҡландым!
Концерт та булды. Мин баянда уйнаным. Айырыуса Исламбайҙан Сажидә үҙебеҙҙең композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙиндың Самат ағайҙың шиғырына яҙған йырын башҡарҙы.
Мин мәктәп өйөндә аулаҡта йәшәгәс, бөтә уҡытыусылар, шулай уҡ ауыл ағайҙары - силсәүит Вәҙүт Абдулхаҡ улы, партком секретары Мөхәмәҙрәхим Иманағзам улы, ҡурайсы Әхмәҙи Кинйәбаев һәм башҡа оло йәштәгеләр йыйылды.
Аҙаҡ беҙ өс ағай менән Аҫҡарҙы байтаҡ урап сыҡтыҡ. Ваҡытында практикала уҡытып киткән Тимер ағай Йосопов Ишмурзина Рәбиғә инәйҙә йәшәгән икән, шуға күрә шунда йоҡланы. Самат ағай Зекриә ағайҙарҙа, Тайфур ағай миндә булды.
Бер нисә көн үткәс, Самат ағай Мөсәттәге Һауа апайҙарҙың өйөнә мине ҡунаҡҡа саҡырҙы. Шуға күрә бер туғандары - Һауа апаһы менән Әбүзәр еҙнәһе, Фәрзәнә еңгәһе менән Хаммат ағаһы, Фәрхениса апаһы менән Шәриф еҙнәһе, күрше-күләндәр менән күңелле, матур йыйылышып алдыҡ!
...Беҙ Самат ағай менән Мөсәттән район үҙәге Иҫке Собханғолға йәйәү юлландыҡ. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп барҙыҡ! Ағай ҡапыл әйтеп ҡуйҙы:
- Ай-бай, ҡустым! Беҙ йәшерәк саҡта 50 йәшлектәрҙе бабай тип уйлағайныҡ бит!
Юҡ, Самат ағай әле һаман да шулай уҡ ҡалды! Уның ижады ла, үҙе лә беҙгә ҡәҙерле бит! Ябай кеше, халыҡ, йәштәр тип тырышты ул! Ашарға күпме бирһәң дә, ниндәй түшәккә һалһаң да риза булды, һаман ижад итеүселәрҙең яҙғандарын уҡыны, ярҙам итте! Миңә ҡалһа, Аллаһы тәғәлә ебәргән әүлиә булды бит ул!
Хәтерләйем, Самат ағай берәүҙең яҙғандарын миңә лә уҡырға биргәйне. Оҡшамағас, аттым да бәрҙем! Ана шунда ағай миңә һуҡранып ҡуйҙы:
- Ҡуйсәле, ҡустым, эт булһа ла үҙебеҙҙең эт бит ул! - тине ул.
Самат Ғәбиҙуллиндың "Тауыш килә тауҙарҙан"(1967), "Шаңдаҡ"(1971), "Күңелем бишеге"(1986), "Сыңлар ҡылдарым"(1990) шиғри китабтарында тыуған яҡ, халҡыбыҙ тураһында һүҙ бара.
Яҡын дуҫы, шағир Зөфәр ағай Вәлитов 2009 йылда уның шиғырҙары һәм иҫтәлектәр буйынса китабын сығарҙы. Ул Бөрйәнгә килеп тыуғандарын күреп ҙур эш эшләне бит!
Зөфәр ағай хәҙер ауылда йәшәй, ныҡ ауырый! Яҡыраҡ мин уға тиҙҙән Самат ағайҙың 85 йыллығын үткәреү тураһында әйткәйнем, бик ҡыуанып китте ул.
- Саматтың туғандарына, аҫҡарҙарға күп сәләм әйт! - тине ул миңә.
...Эйе, Самат ағайҙы бөрйәндәр һаман хөрмәт итә. Мәҫәлән, Аҫҡарҙа Самат Ғәбиҙуллин исемендәге урам исемен аҫҡарҙар бер тауыштан хупланы, район "Таң" гәзите йортона мемориаль таҡта ҡуйылды, Аҫҡарҙа уның музейы барлыҡҡа килде. (Әйткәндәй, ваҡытында Самат ағай миңә машинка биргәйне. Бер туған Нәфиға апайым менән шуны музейға бирҙек.) Аҙаҡ 2011 йылда Бөрйән районы хакимиәте Самат Ғәбиҙуллин исемендәге премия булдырҙы.
Иншалла, ололар мәрхүм булһа ла беҙ йәшәйбеҙ әле! Хаммат ағайҙың балалары - Азамат ағай, Гөлсәсәк, Фәрхениса апайҙың ҡыҙы Флүзә, Һауа апайҙың Фәйрүзә һәм Фаязы менән беҙ һаман дуҫтарбыҙ, яҡындарбыҙ. Самат ағайҙың Бапсаҡ улын да табырға ниәт бар. Сөнки, ни тиһәң дә, уларҙың әсәй-атайҙары ошонда тыуған бит, тамырҙары ла һаман аҫҡарҙар!

Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына  – 85 йыл.
Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына – 85 йыл.
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: