-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
10
Хәтер
1 Ноябрь 2024, 14:56

"Осто йөрәк, осто йөрәк"...

Талантлы башҡорт шағиры Рәшит Назаровтың тыуыуына — 80 йыл. Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында тыуып үҫкән ул.

"Осто йөрәк, осто йөрәк"...
"Осто йөрәк, осто йөрәк"...

Рәшит Назаровтың «Ҡояш юлы буйлап» (1970), «Йөрәгемде һеҙгә илтәм» (1991), «Йәшен» (1994) исемле китаптары донъя күргән. "Китап" нәшриәтендә әҫәрҙәре ике том булып баҫылып сыҡҡан. 

Шағир иҫтәлегенә "Назаров уҡыуҙары" ойошторола. Талбазылағы уның исемен йөрөткән башҡорт гимназияһы алдында Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәшит Назаровҡа бюст ҡуйылды.

Талантлы шағирҙың күптәрегеҙ яттан белгән "Йөрәк" шиғырын тәҡдим итәбеҙ.


ЙӨРӘК
Йыртып астым күкрәгемде,
Йолҡоп алдым йөрәгемде
Һәм йомарлап устарыма,
Илттем уны дуҫтарыма.
Илттем уны һиңә, йәнем.
Тик күрмәнең ниңә, йәнем?

Хурланып мин шул саҡ бик тә,
Йөрәгемде аттым күккә,
Осто йөрәк, осто йөрәк
Йондоҙҙарҙан бейегерәк.

Йәнем! Әгәр сыҡһаң тышҡа
Таңын, ҡара көнсығышҡа,-
Бер йондоҙ унда нур һипһә,
Һәм хистәрең дөрләп китһә,
Бел: был йондоҙ — минең йөрәк,
Тик инде ул бейегерәк.

"Осто йөрәк, осто йөрәк"...
"Осто йөрәк, осто йөрәк"...
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: