Унда республика мәғлүмәт саралары командалары ҡатнаша. Сара иртәнге сәғәт 10-да тантаналы асыла. Әйткәндәй, көйәрмәндәргә инеү ирекле. Уйындар араһында музыкаль номерҙар һәм бүләкле уйындар ҙа ойошторасаҡтар.
Әхәт Мортазин йыл һайын ошо волейбол турнирында команда капитаны булараҡ ҡатнаша ине. 2018 йылдан журналистар араһында уҙғарылған был ярыш уның исемен йөрөтә.
Фото: com.