

Шулай тине шағир Азамат Юлдашбаев Дамир Шәрәфетдиновтың тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә.
Минһеҙ генә минең яҙмышымды
Хәл итергә халыҡ йыйылған…
… Һәм күмәкләп, кеше ине, тигән
Ябай ғына мөһөр тағырҙар...
Был донъянан иртә киткән шағирҙың “Консилиум” тигән шиғырында ошондай юлдар бар. Һәм улар Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында ойошторолған “Мин сәскәлек донъяһына киттем...” тигән сараға ла тап килеп торғандай. Кисәгә шағир, журналист, тәржемәсе, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Дамир Шәрәфетдинов менән заманында бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, ижадташ дуҫтары, яҡындары килгәйне. Оҙаҡ йылдар Яҙыусылар берлегенең шиғриәт секцияһын етәкләгән Тамара Искәндәриә алып барҙы. Дамир Молҡаман улы иһә ошо секцияның сәркәтибе булараҡ, бик күп йәштәргә кәңәштәрен, тәнҡит һүҙен әйтеп, йүнәлеш биреүсе остаз да булған. Уларҙың шиғри юлдарына Дамирҙың да күҙ нурҙары түгелгән. Тамара апай кисәлә шағирҙың булмышын сағылдырған ижад емештәрен дә уҡып ишеттерҙе. Мәктәптә уҡығанда – “профессор”, журналистар араһында “аяҡлы энциклопедия” тигән ҡушамат алған Дамир Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Әммә хоҙайҙан бирелгән һәләте, шиғри күңеле уны ижад юлынан алып китә.
Белорет районының “Урал” гәзитендә баш мөхәррир урынбаҫары, “Йәшлек”тә, “Шоңҡар”, “Аманат”, “Тамаша”, “Ағиҙел” журналдарында яуаплы сәркәтип булып, гел яуаплы вазифаларҙа эшләй ул. “Йәшлек”тә бергә эшләгән йылдары тураһында иҫтәлектәре менән "Ватандаш" журналы редакторы Рәшиҙә Мәһәҙиева уртаҡлашты:
– Дамирҙы редакцияның ауыл хужалығы мөдире итеп ҡуйғанды яҡшы хәтерләйем. Орел өлкәһендә һөнәре буйынса эшләп килгән кеше гәзит өсөн табыш булды. Ул ваҡытта ер һатыу, приватизация кеүек темалар килеп ингәйне. Дамир иҡтисади мәсьәләләрҙе белә, беҙгә лә аңлата. Аналитик мәҡәләләр яҙыуға оҫта ине. Рәсәйҙә, Башҡортостанда булған хәл-ваҡиғаларҙы сағыштырып ҡарай, тарихтан да ниндәйҙер миҫалдар килтерә, шунан иҡтисад, сәйәсәт, мәҙәниәт темаһы булһынмы – көслө мәҡәлә яҙа. Коллективтың төп фигураларының береһе булды ул. Ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле фекерен яҡлай ҙа белде. Мәсьәләнең беҙ күрмәгән яғын күрә һәм иғтибарын шуға йүнәлтә. Бик кәрәкле хеҙмәткәр ине. Кисәлә шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы директоры Зәки Әлибаев, “Йәшлек”тең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Аманат”, “Һәнәк”, "Истоки" баҫмаларының баш мөхәррирҙәре Миләүшә Ҡаһарманова, Сәлмән Ярмуллин, Илгиз Ишбулатов, Айҙар Хөсәйенов, Дамир Шәрәфетдиновтың бер туған ағаһы Вәкил Молҡаман улы, дуҫтары композитор Айрат Ғайсин, йырсы Харис Шәрипов, журналист Сибәғәт Рахманғолов, шағир Хисмәт Юлдашев һәм башҡалар йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Белорет районынан Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Әлиә Саматова үҙенең сығышында Дамир Шәрәфетдинов иҫтәлегенә бер нисә йыл инде ижади конкурс үткәрелеүе, унда ҡатнашыусылар йылдан-йыл күбәйеүе тураһында хәбәр итте. Артур Дәүләтбәков был конкурсты республика кимәленә күтәреү кәрәклеген билдәләне. Әйткәндәй, быйылғы конкурсты Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияға арнап, “Үҙ илеңә ҡалҡан бул” тип атағандар. 28 майҙа Инйәр мәҙәниәт йортонда Дамир Шәрәфетдиновтың тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә еңеүселәр бүләкләнәсәк.
Кисәгә танылған ғалим-химик Әхәт Мостафин да килгәйне. Дамир ауыл хужалығы институтына уҡырға ингәндә унан химия буйынса имтихан ҡабул иткән булған икән.
– 17 йәшлек мөләйем генә егет ине. Фәнде яҡшы белә, урыҫса ла шәп һөйләй. Яҡшы уҡыны. Ә бына шиғырҙарын һуңынан гәзит-журналдарҙа күреп аптыраным, уҡып барҙым. Шағир булып китер, тип уйламағайным. Ижад кешеләре, сәнғәт, әҙәбиәт булһынмы, улар, минеңсә, фән кешеләренән юғарыраҡ кимәлдә тора, телебеҙҙең, милләтебеҙҙең үҫеүе, йәшәүе уларға бәйле бит. Шуға күрә, шәхестәребеҙҙе күтәрә, хөрмәтләй белергә, уларҙың хеҙмәтен баһаларға кәрәк. Бына һеҙ шундай ижади кешеләргә ярҙам итергә, бер-берегеҙҙе күтәрергә тейешһегеҙ, – тигән фекере менән уртаҡлашты.
Ошо йәһәттән Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы үҙенең сираттағы бурысын үтәне: ағаһы Вәкил Молҡаман улы ярҙамында шағир, журналист, тәржемәсе Дамир Шәрәфетдиновтың ижадына арналған кисә ойошторҙо. Киләсәктә был шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр башҡарылыр, ун китап авторының баҫылмай ҡалған әҫәрҙәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ, йәштәр уның ижады буйынса фәнни эштәр ҙә яҙыр, тигән теләктәр әйтелде.
Дамирҙың кешелекле, ярҙамсыл булыуы тураһында ла иҫкә алдыҡ.
– 12 балалы ҙур ғаиләләнән бит ул. Бәләкәйҙән эшләп үҫте. Туғыҙ йәшендә генә бесән сапҡанда миңә, үҙенән ете йәшкә өлкән ике туған апаһына, салғы янып бирә торғайны. Беҙҙе бит атай-әсәйҙәр, ололарҙы тыңла, кешенән оял, кешегә ярҙам ит, тип үҫтерҙе. Башҡаларға ярҙам итеү Дамирҙың ҡанында ине, был уға ҙур ҡәнәғәтләнеү тойғоһо килтерә ине, – ти хаҡлы ялдағы уҡытыусы Сафия Ғилманова.
Үҙен “Инйәр улы” тип атаған замандашыбыҙ, халҡына әйтер һүҙҙәрен яҙыласаҡ повестары, романдары аша еткерергә хыялланған, әммә өлгөрмәне. Фанилыҡҡа иртә күсеүе йәл. Хәҙер булған китаптарын уҡырға, бер ҡайҙа ла баҫылмаған әҫәрҙәрен нәшер итергә ҡала. Шул ваҡытта талантлы ижадсының рухы ла шат булыр.
Фото: https://vk.com/nlmrb.