"Беренселәр хәрәкәте" ағзалары 22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнө алдынан парктағы стела алдына йыйылды. Хәрәкәт рәйесе Камил Нураев етәкселегендә һуғыш ҡорбандарын хәтергә алыу акцияһы быйыл икенсегә үтте. Активистар кескәй шәмдәрҙән "Беҙ хәтерләйбеҙ" тигән һүҙҙәр төҙөнө.
- Әсәйем уҡытыусы булғас, ошондай сараларҙа бәләкәйҙән ҡатнашып йөрөнөм. Әле үҫеп килгән быуында патриотизм тәрбиәләүҙе лә үҙемдең бурысым тип һанайым. Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Ул ҡабатланырға тейеш түгел, - тине Камил Ринат улы.
Паркта ял итеүселәрҙә лә акция ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Кемдер активистарҙы эш барышында фотоға төшөрөп алды, икенселәр үҙҙәре мәңгелек ут янында төштө, өсөнсөләр хәтер сараһы өсөн рәхмәт әйтте.
Автор фотолары.