-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Июнь 2025, 10:59

Мәңге хәтерҙә

Хәтер һәм ҡайғы көнө алдынан китапханабыҙҙа хәтер сәғәте үтте.

Мәңге хәтерҙә
Мәңге хәтерҙә

22 июнь – илебеҙ тарихында иң ҡайғылы көндәрҙең береһе. Балаларға һуғыштың нисек башланыуы, ҡапыл баҫып алған илбаҫарҙар, миллионлаған ҡорбандар хаҡында һөйләнек. Фашистар менән 4 йыл буйы барған ҡаты алыштар, тыныслыҡтың нисек яулап алыныуы тураһында балалар тын да алмай тыңланы. Еңеү барыбер беҙҙең яҡта булған! Һуңынан уҡыусылар геройҙар батырлығы тасуирланған китаптар менән танышты. Осрашыу бер минут тынлыҡ менән тамамланды.

Анна ЕГОШИНА, 38-се моделле балалар китапханаһы мөдире.

Өфө ҡалаһы.

Мәңге хәтерҙә
Мәңге хәтерҙә
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас