-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
1 Август 2025, 10:32

Тәүге халыҡ шағирын иҫкә алып

Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың йорто һаҡланып ҡалғанын күптәрегеҙ беләлер. Шағир унда ғаиләһе менән 11 йыл йәшәй. Ҙур, матур өй уға тап Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры исемен алғас бүләк ителә. Хәҙер йорт музей булараҡ эшләй. Унда Мәжит Ғафури ғаиләһе менән ҡулланған мебель, һауыт-һаба һәм башҡа әйберҙәр бар.

Тәүге халыҡ шағирын иҫкә алып
Тәүге халыҡ шағирын иҫкә алып

Оҫта публицист, прозаик, шағир, дәреслектәр яҙыуҙа ҡатнашҡан, хатта милли балалар яҙма әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы булараҡ танылған Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 145 йыл тулыуына арналған сара йорт-музей алдында уның ижадын хөрмәт итеүселәрҙе йыйҙы. “Шағир рухы – беҙҙең күңелдә” әҙәби-музыкаль кисәһендә күренекле яҡташыбыҙҙың шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны, хәтирәләр яңыртылды.

Бер нисә йыл рәттән уҙғарылып килгән “Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” конкурсы еңеүселәрен дә тап ошо көндө бүләкләнеләр. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл республикабыҙҙың 28 район һәм 11 ҡалаһынан ҡатнашҡандар. Ҡурған өлкәһенән дә 9 бала эштәрен ебәргән. Шағир әҫәрҙәрен башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә һөйләп яҙҙырғандар, шулай уҡ үҙҙәре лә Мәжит Ғафуриға шиғырҙар арнағандар. Өсөнсө номинацияға иһә һүрәттәр ҡабул ителгән. Иң бәләкәй конкурсанттарға – Низам Вилданов менән Юлиә Хужинаға – 6 ғына йәш булһа, иң олоһо 70-те үткән икән.

Әбйәлил районы Үрге Әбдрәш ауылынан килгән Наилә Зөлфәр ҡыҙы менән һөйләшәбеҙ.

– Быйыл бер нисә уҡыусыны әҙерләнем. Нәркәс Фәритова менән Арыҫлан Мәхмүтовты еңеүселәр исемлегендә күреүемә шатмын. Ғөмүмән, беҙ йыл һайын ҡатнашабыҙ. Былтыр ҙа призлы урындар эләктерҙек, – ти Наилә Ибраһимова.

Өфө ҡалаһындағы 108-се мәктәптән Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Әхмәҙиева ла ижадҡа битараф түгел. Ул үҙе балаларға башҡорт теленән белем бирә, шиғырҙар яҙа. Конкурста үҙе ижад иткән шиғыры менән призлы урын алды. Әйткәндәй, ҡыҙы Лилиә лә – педагог. Лилиә Нәсих ҡыҙы Солтанова Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында уҡыта, был конкурсҡа ул да уҡыусыһын әҙерләгән. Вадим Абдуллин шулай уҡ еңеүселәр рәтендә. Барыһы ла грамота, бүләктәр алып ҡыуанды. Уларҙы әҙерләүҙә шағирҙың туғандары ярҙам иткән.

Байрамда “Халыҡ шағирҙарының тәүгеһе. Мәжит Ғафуриҙың тормошо һәм ижады” күргәҙмәһе эшләне. Ҡунаҡтар тәмле сәй менән дә һыйланды. Һуңынан шағирҙың Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы һәйкәленә сәскәләр һалдылар.

 

Автор фотолары.

Тәүге халыҡ шағирын иҫкә алып
Тәүге халыҡ шағирын иҫкә алып
Тәүге халыҡ шағирын иҫкә алып
Тәүге халыҡ шағирын иҫкә алып
Тәүге халыҡ шағирын иҫкә алып
Тәүге халыҡ шағирын иҫкә алып
Тәүге халыҡ шағирын иҫкә алып
Тәүге халыҡ шағирын иҫкә алып
Тәүге халыҡ шағирын иҫкә алып
Тәүге халыҡ шағирын иҫкә алып
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас