Цойҙың "Группа крови", "Пачка сигарет", "Звезда имени солнце", "Спокойная ночь", "Перемен!", "Кукушка" һәм башҡа йырҙарын бөгөнгө йәштәр ҙә яҡшы яратып тыңлай.
Шулай уҡ Виктор Цой "Игла", "Асса" фильмдарында төштө.
1990 йылдың 15 авгусында рок-йырсының һәләк булыуы миллиондарса совет тыңлаусылары өсөн фажиғә булды. 1992 йылда Цой тураһында "Һуңғы герой" тигән документаль фильм төшөрөлдө.
Фото: region.