-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
8 Сентябрь 2025, 14:11

Маршал Жуковтың шәхси әйберҙәре – Өфөлә

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына Бөйөк Ватан һуғышында айырым урын алып торған шәхес, халыҡ тарафынан «еңеү маршалы» тип йөрөтөлгән Георгий Жуковтың шәхси әйберҙәре килтерелде. Уларҙы Зөмәрә Хисмәтуллина исемендәге тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына маршал Жуковтың бүләсәре Ерохина Варвара Кирилловна үҙе тапшырҙы.

Маршал Жуковтың шәхси әйберҙәре –  Өфөлә
Маршал Жуковтың шәхси әйберҙәре – Өфөлә

 Бының үҙ тарихы бар, әлбиттә. 2024 йылда гимназия уҡыусылары – Анастасия Григорьева, Ләйсән Ҡәйүмова һәм Рената Ғайсина «Маршал Жуков» тигән Бөтә Рәсәй конкурсында ҡанашып, «Беҙҙең заман геройҙары» тигән номинацияла еңеүсе булған. Ә бүләккә Георгий Жуковтың шәхси әйберҙәрен ваҡытлыса үҙҙәренең музейында күрһәтеүгә сертификат алғандар. Бына шул мөмкинлек ошо яңы уҡыу йылы башында килеп еткән дә инде.

Экспонаттар араһында «еңеү маршалы»ның шәхси әйберҙәре, уның тауышы яҙҙырылған пластинка, уйнатыу өсөн потефон, гәзиттәрҙә сыҡҡан материалдар, үҙе яҙған хаттар бар.

– Маршалдың һуғыштан һуңғы йылдарҙа яҙған ҡәләмен ҙур тулҡынланыу менән тотоп ҡараныҡ, гүйә тарихтың үҙенә ҡағылғандай булдыҡ. Был – беҙҙең гимназия өсөн генә түгел, бар республика өсөн тарихи ваҡиға. Георгий Константиновичтың шәхси әйберҙәре музейыбыҙҙа бер ай буласаҡ. Башҡортостан уҡыусыларын экскурсияға саҡырабыҙ, уны башҡорт һәм урыҫ телдәрендә үткәрәбеҙ, – ти Искәндәр Мөхәмәтйәнов.

Әйткәндәй, Георгий Жуковтың тормош юлы йәш быуынға өлгө булып тора. Ауылдан, ярлы ғына ғаиләнән сыҡҡан малай, алдына юғары маҡсаттар ҡуйып, башҡа тиҫтерҙәре кеүек ағым ыңғайына бармай, алға үҙ юлы менән атлай. Ябай һалдаттан маршал дәрәжәһенә күтәрелгән шәхес Георгий Жуков тураһында Рәсәй балалары белеп үҫергә тейеш, был тарихты быуындан-быуынға тапшырыу мөһим. Ә экспонаттар тарихи шәхесебеҙҙең тормош юлын төплөрәк өйрәнергә ярҙам итәсәк.

Фото: com.

 

Маршал Жуковтың шәхси әйберҙәре –  Өфөлә
Маршал Жуковтың шәхси әйберҙәре –  Өфөлә
Маршал Жуковтың шәхси әйберҙәре –  Өфөлә
Маршал Жуковтың шәхси әйберҙәре – Өфөлә
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас