1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980), Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты (1989). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1991).
Үҙҙәрендәге башланғыс һәм Мөхәммәтҡолой ете йыллыҡ мәктәптәрендә белем ала.
1935 йылда Өфө педагогия рабфагында уҡый.
1939—1940 йылдарҙа Өфө педагогия институтында уҡый.
1941—1953 йылдарҙа Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мөхәммәтҡолой урта мәктәбендә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы, һуңынан уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләй.
1953 йылдан Өфөгә килеп «Әҙәби Башҡортостан» («Ағиҙел») редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр булып урынлаша.
1962 йылда СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағандыға Юғары әҙәбиәт курсын тамамлап ҡайтҡас, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә.
2012 йылдың 17 июнендә вафат була.
Атаҡлы Ҡолой кантон нәҫеленән.
Википедия буйынса.