һылыуым?" —
Һорау бирҙе шулай бер апай.
“Бигерәк тә инде тәмләп һөйләшәһең,
Онотманың телде ҡайһылай?”
Телде нисек оноталар икән, —
Шаңҡып торҙом бер аҙ, бер талай.
Телем тыуған ғәзиз еремдә.
Шиғырҙарым илһам ҡанатында
Башлап тыуа ошо телемдә.
Илгенәйем йөрәк түремдә.
Һөйгәнемә “һөйәм” тиеп әйттем,
“Балам” тинем тыуған көнөндә.
Айҙай битле башҡорт апайым.
Әсә һөтө менән кермәгәндә
Орлоҡ һүҙҙе ҡайҙан алайым.
Кендек ҡаным тамған еремдә.
Хур итмә, тип ауылдаштар ҡалды
Ҡашҡа тауға менгән үремдә.
Күҙ алдымда тора инәйҙәр.
Тағы ниндәй яңылыҡтар бар, тип
Хәл һораша кеүек еңгәйҙәр.
Ғәфү итмәҫ затым, илем дә.
Шуға ла бит әсә һөтө тәме
Торған кеүек туған телемдә!
