-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Сентябрь 2025, 11:34

Журналист иҫтәлегенә турнир

Теүәл бер йыл элек билдәле журналист, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының директор урынбаҫары Уйылдан Ғәлин 45 кенә йәшендә арабыҙҙан китте. Ошо көндәрҙә уның тыуған ауылы – Ишембай районындағы Урман-Бишҡаҙаҡта волейбол турниры үткәрелде. Ул Уйылдан Нурғәли улының яҡты иҫтәлегенә арналды.

Журналист иҫтәлегенә турнир
Журналист иҫтәлегенә турнир

Спорт байрамын уҙғарыуға журналистың ғаиләһе, яҡындары, ауылдаштары, коллегалары күп көс һалды. Турнир юғары кимәлдә ойошторолғайны. Биш команда көс һынашты: Өфөнән Матбуғат йорто һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре килһә, урындан район хакимиәте вәкилдәре, туғандары һәм уҡытыусылар уйнаны.

Сараны асыуҙа ҡатнашыусылар Уйылдан Ғәлиндең шул тиклем ваҡытһыҙ арабыҙҙан китеүен, уның ихлас, ярҙамсыл, кешелекле булыуын билдәләп үтте. Ул беҙгә етмәй, тине һәр кем. Йырсы Рәсүл Ҡарабулатов журналистың иң яратҡан көйҙәренең береһе – “Сыбай ҡашҡа”ны уйнағанда, күптәрҙең күҙҙәре йәшләнде. Һуңынан күмәкләп ҡәберенә лә барып килделәр.

Волейбол турниры һөҙөмтәләре буйынса мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусыларҙан төҙөлгән команда иң шәбе тип табылды. Шулай ҙа бер ҡатнашыусы ла бүләкһеҙ ҡалманы.  Айырым номинацияларҙа ла еңеүселәр билдәләнде. Ярышты киләһе йыл да үткәрергә һөйләштеләр. Алла бирһә, уға тиклем ауыл мәктәбенә Уйылдан Ғәлиндең исеме лә бирелер – әле документ эштәре башланырға тора.

Гөлнәзирә Мәҡсүтова, Лилиә Фазлетдинова фотолары.

Журналист иҫтәлегенә турнир
Журналист иҫтәлегенә турнир
Журналист иҫтәлегенә турнир
Журналист иҫтәлегенә турнир
Журналист иҫтәлегенә турнир
Журналист иҫтәлегенә турнир
Журналист иҫтәлегенә турнир
Журналист иҫтәлегенә турнир
Журналист иҫтәлегенә турнир
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас