-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
11 Октябрь 2025, 13:33

Һәйкәл булып ҡалҡты тыуған ерендә

Республика көнө алдынан Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылында Рәсәй Геройы Тамерлан Айсар улы Илһамовҡа бюст асылды.

Һәйкәл булып ҡалҡты тыуған ерендә
Һәйкәл булып ҡалҡты тыуған ерендә

Тантаналы митингыны район башлығы А. З. Әминев асты.

– Беҙ герой тигәндә алыҫ үткәндәрҙән кемделер күҙ алдында баҫтырабыҙ. Ә Тамерлан ошо урамдарҙа уйнап үҫте, Асҡар гимназияһында белем алды, тиҫтерҙәре кеүек матур киләсәк тураһында хыялланды. Юридик белем алып йөрөгән еренән үҙ теләге менән ил һағына баҫты һәм бурысын үтәгәндән һуң, хәрби юлдан китергә ҡарар итте. Дан-шөһрәт өсөн түгел, намыҫ ҡушыуы, күңел талабы буйынса. Ул хәрби расчет командиры булды. Тыуған өйҙән йыраҡта күк йөҙөн һаҡланы. Сүриәлә, Тажикстанда, аҙаҡ махсус хәрби операцияла һуңғы һулышынаса хәрби бурысын намыҫ менән үтәне. Ғүмерҙәре хаҡы менән ул хәрби иптәштәре менән туғыҙ дошман ракетаһын тар-мар итте, йөҙәрләгән башҡа ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалды, – тине Айрат Зиннәт улы. – Батырыбыҙға һәйкәл асҡан көндә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен уның ата-әсәһенә – Айгөл Милләт ҡыҙы менән Айсар Әнүәр улына еткерәм. Һеҙ ысын кеше, патриот һәм Герой үҫтергәнһегеҙ, намыҫлы, ҡыйыу итеп тәрбиәләгәнһегеҙ. Һеҙҙең улығыҙ – беҙҙең уртаҡ ғорурлыҡ.

Рәсәй Геройы Т. А. Илһамовтың ата-әсәһе район хакимиәте, “Боевое братство” ойошмаһы ир-егеттәренә, скульпторҙар Хәлит Ғәлиуллин һәм Рафаэль Зиннуровҡа рәхмәт белдерҙе.

Бюст өҫтөндәге япманы асыу хоҡуғы Айгөл Милләт ҡыҙы менән Айсар Әнүәр улына бирелде. Сарала ҡатнашыусылар – етәкселәр, МХО ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, батырҙың туғандары унда сәскә һалды.

Гөлнара Күсәрбаева.

Автор фотолары.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас