-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
23 Октябрь 2025, 15:53

Тыуған яғына ҡайтҡандай булды

Беләһегеҙме, хәҙер Салауат районы Тәкәй ауылында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың ҡәбере бар. Ул ауыл юҡ бит хәҙер, тиерһегеҙ. Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Крәҫтиәндәр ихтилалынан һуң шул тирәләге 8 ауыл яндырылған. Был хаҡта иҫтәлекле таҡтаташ та һөйләй.

Тыуған яғына ҡайтҡандай булды
Тыуған яғына ҡайтҡандай булды

Әммә быйыл геройыбыҙ тыуып үҫкән ерҙә уның тыуған көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса асыҡ һауалағы музей асылды бит. Тимәк, һәр кеше Салауаттың ҡайҙа тыуғанын килеп күрә, ул йөрөгән һуҡмаҡтар буйлап йөрөй ала. Барыһы ла матур итеп эшләнгән, барыһы ла тарих һаҡлай бында.
Ә ҡәбере? Эйе, Салауат Юлаев Эстония иленең Рогервик ҡәлғәһендә яҡты донъя менән хушлаша. 26 йыл тотҡонлоҡта ултыра ул. Тәкәй ауылы бул­ған ерҙә хәҙер таш тирмә бар. Унда кенотаф ҡуйылған. Үҙенә күрә батырыбыҙ ҡәбере тип ҡарарға була быны. Сөнки яңыраҡ ҡына Балтик диңгеҙе буйынан килтерелгән тупраҡ һалынған капсула ошо таштың аҫтына күмелде. Уны ғалим Виктор Хәкимов менән шағирә Лариса Абдуллина алып ҡайтҡан.
Иҫтәлекле сара алдынан көнө буйы ямғыр ҡой­ҙо. Һуңынан болоҡһоу көн асылып, ҡояш сығып китте. Таш тирмә янына халыҡ күп йыйылғайны. Салауат хаҡында хәтирәләр яңғыраны, балалар шиғырҙар һөйләне. Батырыбыҙ рухы ныҡ шатланғандыр!

Автор фотолары.

Тыуған яғына ҡайтҡандай булды
Тыуған яғына ҡайтҡандай булды
Тыуған яғына ҡайтҡандай булды
Тыуған яғына ҡайтҡандай булды
Тыуған яғына ҡайтҡандай булды
Тыуған яғына ҡайтҡандай булды
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас