Үҙе лә ошо райондың Ҡужай ауылынан сыҡҡан журналист, яҙыусы Рәүеф Насировҡа ноябрҙә 90 йәш тулған булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарында ул ныҡ ауырыны, әммә быны бер ҡасан да белдермәне. Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙиндең йорт-музейында шәхесте иҫкә алдылар.
Осрашыуға Рәүеф Хәй улының яҡындары – ҡыҙы Гөлнара Рәхимйәнова, ейәне Илгиз, коллегалары, уны яҡындан белгән журналистар һәм яҙыусылар – Рәүеф Шаһиев, Рәшит Кәлимуллин, Зәйтүнә Шәрипова, Әҡлимә Сафина, Лира Яҡшыбаева, Тамара Искәндәриә, Гүзәл Вилданова һәм башҡалар килгәйне. Әлбиттә, ҡунаҡтарҙың күпселек өлөшөн журналистың яҡташтары тәшкил итте. Һәр кем йылы хәтирәләре менән уртаҡлашырға ашыҡты, Рәүеф ағайҙы профессиональ яҡтан ғына түгел, кеше булараҡ та яңынан астыҡ. Һәләтле публицист, оҫта рәссам, яҡшы атай, һәр саҡ терәк булырҙай тормош иптәше... Ә күпме билдәле шәхестәрҙең биографияһындағы аҡ таптарҙы бөтөрөргә ярҙам иткән ул! Мифтахетдин Аҡмулла, Муса Мортазин, Шәриф Манатов, Хафиз Ҡушаев, Миңлеғәле Шайморатов, Әмир Ҡарамышев... Һәр береһе хаҡында яҙылған әҫәрҙәр күпме тарих һаҡлай.
Сараны билдәле артист, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Мөхәмәтйәров менән Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, өмөтлө йәш йырсы, күп конкурстар лауреаты Ильяс Боташев йәмләне. Гөлнара Рәүеф ҡыҙы атаһының яҡты иҫтәлеген хөрмәтләп килгән һәр кемгә, кисәне ойошторған шағирә Зөлфирә Ҡарағужинаға рәхмәтен белдерҙе.
Автор фотолары.