-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
15 Ғинуар , 12:05

Күренекле ғалимә хөрмәтенә - иҫтәлекле таҡтаташ

Өфөлә филология фәндәре докторы, профессор, бөтә донъяға танылған тел ғалимәһе, йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова иҫтәлегенә ул йәшәгән йортта иҫтәлекле таҡтаташ асылды.

Күренекле ғалимә хөрмәтенә - иҫтәлекле таҡтаташ
Күренекле ғалимә хөрмәтенә - иҫтәлекле таҡтаташ

Ул 1950 йылдың 1 ғмнуарында Әбйәлил районы Рәхмәт ауылында тыуған. Белорет педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. СССР Фәндәр академияһы Тел ғилеме институтының аспирантураһында уҡый.

Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы 1995 - 1998 йылдарҙа Башҡортостан халыҡ мәғарифы министры булып та эшләне.  Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтын етәкләне. 

Иҫтәлекле таҡтаташты асыу сараһында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Салауат Сәғитов, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҡташтары, яҡындары, ғалимдар, хеҙмәттәштәре, студенттары ҡатнашты. 

Фото: bspu.

 

Күренекле ғалимә хөрмәтенә - иҫтәлекле таҡтаташ
Күренекле ғалимә хөрмәтенә - иҫтәлекле таҡтаташ
Күренекле ғалимә хөрмәтенә - иҫтәлекле таҡтаташ
Автор:
Читайте нас