-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
28 Ғинуар , 13:44

Ленинград блокадаһына арналды

27 ғинуар илебеҙ тарихында айырым урын алып тора.

Ленинград блокадаһына арналды
Ленинград блокадаһына арналды

1944 йылдың был көнөндә Ленинград ҡалаһы фашист ҡамауынан тулыһынса азат ителә. 872 көн буйы ҡаланы һаҡлау батырлыҡ символына тиң.

Ошо датаға арнап 38-се моделле китапханала “Беҙ һеҙҙе иҫләйбеҙ, лениградсылар!” тигән сара үткәрҙек. Унда балаларҙы Ленинград блокадаһы, ҡаланы һаҡлау тарихы, ябай халыҡтың батырлығы, Ладога күле боҙо өҫтөнән һалынған юл – “Ғүмер юлы” тураһында һөйләнек. Уҡыусыларға Ленинград ҡамауы, өлкәндәрҙең һәм тиҫтерҙәренең батырлыҡтары тураһында китаптар тәҡдим иттек. Балалар блокада икмәге, икмәккә карточка тураһында ла белде.

Был сара тотош ҡаланың фажиғәһе тураһында тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө. Ә балалар, беҙ батырҙарҙы онотмайбыҙ икән, улар беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй, тигән һығымта яһаны.

 

Анна ЕГОШИНА,

38-се моделле балалар китапханаһы мөдире.

Өфө ҡалаһы.

 

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас