-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
13 Февраль , 12:55

"Йәншишмә"нең дуҫы, кәңәшсеһе булды

Бөгөн профессор, педагогия фәндәре докторы Рафаэль Ғәйнетдин улы Аҙнағоловтың тыуыуына 85 йыл була.

"Йәншишмә"нең дуҫы, кәңәшсеһе булды
"Йәншишмә"нең дуҫы, кәңәшсеһе булды

Ул Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Үрге Үтәғол ауылында тыуған. 

1969 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

1972 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй, 1978 йылдан — Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалында өлкән һәм төп ғилми хеҙмәткәр, 2004 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.

Дөйөм алғанда, 200-ҙән ашыу булған фәнни хеҙмәттәре диалектология, лексикография һәм башҡорт телен уҡытыу методикаһына арналған. Улар араһында "Башҡорт теленең орфография һүҙлеге" (1998 йыл), "Башҡортса-русса мәктәп һүҙлеге" (2003 йыл), Башҡортостандың күренекле яҙыусылары ижадына арналған йыйынтыҡтары, шулай уҡ төрлө йүнәлештәге методик ҡулланмалары киң билдәле.

Ғалим гәзит һәм журналдар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итте, матбуғатта әҙәби-тәнҡит, әҙәби-аналитик мәҡәләләре менән даими сығыш яһаны.

Мәғарифты үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн 2014 йылда Рафаэль Ғәйнетдин улы Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Константин Ушинский миҙалы менән бүләкләнде.

2015 йылдың 23 ғинуарында ҡаты ауырыуҙан вафат булды.(Аҙнағолов Рафаил Ғәйнетдин улы — Википедия)

Рафаэль Аҙнағолов "Йәншишмә" гәзитенең яҡын дуҫы, мөхәрририәт ағзаһы булды. Редакцияға килеп, кәңәштәрен биреп йөрөр ине. Йыш ҡына үҙе командировкаға барған белем усаҡтарынан мәҡәләләр, балаларҙың ҡулъяҙмаларын килтерә торғайны. Бик матур күңелле,ихлас,аҡыллы, ябай кеше булып иҫтә ҡалған. 

Фото: com.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас