Яҙыусыға һәм уның ижадына оло хөрмәт менән әҙерләнгән сарала уның тормош һәм ижад юлына бағышланған бай күргәҙмә эшләйәсәк. С.Әлибаевтың Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы фондында һаҡланған фотоһүрәттәрен, ҡулъяҙмаларын, шәхси әйберҙәрен һәм башҡа ҡомартҡыларҙы күрергә мөмкин буласаҡ. Ҡәләм оҫтаһының улы Салауат Әлибаев, һеңлеһе Гүзәл Бәҙретдинова, билдәле яҙыусылар Гүзәл Ситдиҡова, Зөһрә Ҡотлогилдина, композитор Айрат Ғайсин яҙыусы тураһында яҡты иҫтәлектәр, бергә эшләгән йылдары тураһында йылы хәтирәләр менән уртаҡлашасаҡ.
Башҡортостандың танылған йырсылары, “Тамыр” телеканалының йыр студияһы башҡарыуында шағир һүҙҙәренә яҙылған бихисап йырҙар яңғыраясаҡ. Сараны шулай уҡ гимназия уҡыусылары ятлаған шиғырҙар, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның “Дан” халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарған рухлы бейеүҙәр биҙәйәсәк.
Хаҡлыҡ йырсыһы Сафуан Әлибаевтың ижадын һөйөүселәрҙе 20 февралдә сәғәт 12.00-лә матур сарала көтөп ҡалабыҙ!
Мәғлүмәт һәм фото: https://vk.com/mdmmgafuri