-20 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
18 Февраль , 12:12

Әсирлектә ғүмере өҙөлә

44-се китапханала татар шағиры, хәрби журналист Муса Йәлилдең тыуыуына 120 йыл тулыуға ҡарата әҙәби осрашыу үтте.

Әсирлектә ғүмере өҙөлә
Әсирлектә ғүмере өҙөлә

Балалар әҙиптең тормош юлы һәм ижады менән танышты. Китапханасылар Муса Мостафа улының йәш сағы, ҡайҙа уҡыуы, ниндәй редакцияларҙа эшләүе хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Шағир Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фашистарға әсирлеккә эләгеп, ике йылдан язалағандар... Бөйөк әҙиптең ғүмере, шулай итеп, Берлин төрмәһендә 38 йәшендә генә өҙөлә.

Советтар Союзы Геройы Муса Йәлилде оноторға ярамай.

Әсирлектә ғүмере өҙөлә
Әсирлектә ғүмере өҙөлә
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас