Мәртәбәле сарала Тимер Йосоповтың ғаилә, һуғыш, бала саҡ, туған тел темаларына бағышланған шиғырҙары яңғыраны .
I -XI синыфтарҙан бөтәһе 38 уҡыусы көс һынашты һәм иң-иңдәр билдәләнде.
I -IV синыфтар араһында I урында - Илнар Хужин (Ҡыйғы районы Абзай мәктәбе, етәксеһе - З.У.Шәмғолова).
Призерҙар: Урал Талипов (Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылы, етәксеһе - Л.Р.Хөснөтдинова);
Самат Ҡазыев (Дыуан районы Иҫке Хәләл ауылы, етәксеһе - Ф.Р.Хужина);
Батыр Таһиров (етәксеһе - Г.Ф.Фазылова).
V - VII синыфтар араһындf I урында - Рияз Ғилметдинов (Т.Йосопов исемендәге Республика лицей интернаты, етәксеһе - Г.Р. Баева).
Призерҙар: Азамат Заһретдинов (Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы мәктәбе, етәксеһе - Шаһиева Л.В.);
Нияз Латипов (Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы мәктәбе, етәксеһе - Л.В.Шаһиева );
Эмиль Лоҡманов ( Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы мәктәбе, етәксеһе - Р.Р.Мостафина);
Илнур Тарханов (Салауат районы Лағыр мәктәбе, етәксеһе - Г.З.Садыҡова );
VIII - XI синыфтар араһында еңеүсе - Әхмәтйәнов Ирхан ( Т.Йосопов исемендәге РЛИ, етәксеһе - Ә.Й.Нуриева ).
Призерҙар: Илнар Ғәлимов (Т.Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы, етәксеһе - Ә.Й.Нуриева );
Артур Бәҙретдинов ( Т.Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы, етәксеһе - Ә.Й. Нуриева).
Тимер Йосоповтың шиғырын иң оҫта башҡарыусы тип, Гран-при яулаусы лицей-интернатыбыҙҙың VII синыф уҡыусыһы Рияз Ғилметдинов билдәләнде! Афарин, Рияз!
Уҡыусыларҙың сығыштарын Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ю.Ю.Йомағужина , район китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Н.С.Абдуллина, Мәсәғүт педагогия колледженың башҡорт теле уҡытыусыһы З.Р.Хәмиҙуллина баһаланы.
Конкурста ҡатнашҡан рухлы уҡыусыларыбыҙға, әҙерләгән уҡытыусыларға, жюри ағзаларына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, киләсәктә лә тик уңыштар теләйбеҙ!
Гүзәлиә БАЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Дыуан районы,
Тимер Йосопов исемендәге республика интенат-лицейы.