+8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
26 Март , 11:11

Факиһа Туғыҙбаева исемендәге урам

Өфөнөң Ленин районындағы яңы урамға Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева исеме бирелде.

Факиһа Туғыҙбаева исемендәге урам
Факиһа Туғыҙбаева исемендәге урам

Был ҡарар Өфө ҡала советы депутаттарының 61-cе ултырышында ҡабул ителгән. 

Талантлы шағирә Факиһа Туғыҙбаева бар ғүмерен республикабыҙҙың балалар матбуғатына арнаны. "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире булды. 

Былтыр уның тыуыуына 75 йыл тулды. Ошо айҡанлы "Китап" нәшриәтендә “Факиһа Туғыҙбаева. Тормошо һәм ижады” тигән китап-альбом сығарылды. Тыуған ауылы Ҡаңны-Төркәйҙәге китапханаға уның исеме бирелде.

Фото: gorodufa.

Факиһа Туғыҙбаева исемендәге урам
Факиһа Туғыҙбаева исемендәге урам
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас