Мөхөтдин Тажи Мәжит Ғафуриҙың яҡын дуҫтарының береһе була, бөйөк шағир менән яҡындан аралашып йәшәй. Йәш яҙыусы остазы менән фекер алышырға ярата, үҙенең әҫәрҙәре менән уртаҡлашып, унан ҡиммәтле кәңәштәр һәм ярҙам ала. Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы фондында шағирҙың автографтары менән китаптары, фотолары һәм башҡа әйберҙәре һаҡлана. Мөхөтдин Тажиҙың тормош һәм ижад юлына арналған күргәҙмәлә ошо уникаль экспонаттар менән таныша алырһығыҙ.
Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә Мөхөтдин Тажиҙың туғандары һәм яҡындары сығыш яһаясаҡ. Шағирҙың бүләсәһе – VI синыф уҡыусыһы Залина Хәсәнованың сығышы сараға йәм өҫтәр. Ҡыҙ «Минең олатайым – яҙыусы Мөхөтдин Тажи» темаһына ғилми-тикшеренеү эше яҙған һәм унда күренекле яҙыусының мираҫын һәм тормошон сағылдырған. Залинаның тикшеренеүҙәре олатаһына һәм уның әҙәби мираҫына һөйөү һәм хөрмәт күрһәтеүҙең дәлиле булып тора.
Күргәҙмәлә шулай уҡ Мөхөтдин Тажи әҫәрҙәре мотивтары буйынса эшләнгән ижади эштәр тәҡдим ителәсәк. Уларҙы Айгөл Хәсәнова олатаһының әҙәби мираҫынан илһам алып ижад иткән.
16 апрелдә 12.00 сәғәттә Мөхөтдин Тажиҙың хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә рәхим итегеҙ!
Фото һәм мәғлүмәт: https://vk.com/wall-80949146_18336