+19 °С
Ясна
VKOKМакс
Хәтер
10 Июнь , 08:38

"Әҙәбиәттең мәңгелек уҙаманы"

17 июндә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтәсәк.

"Әҙәбиәттең мәңгелек уҙаманы""Әҙәбиәттең мәңгелек уҙаманы"
"Әҙәбиәттең мәңгелек уҙаманы"

Ноғман Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуған.

"Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы фондында яҙыусының автографтары менән китаптары, фотолары һәм башҡа әйберҙәре һаҡлана. Ноғман Мусиндың тормош һәм ижад юлына арналған күргәҙмәлә ошо уникаль экспонаттар менән таныша алырһығыҙ. Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә яҙыусының туғандары һәм яҡындары сығыш яһаясаҡ," - тип хәбәр итә ойоштороусылар.
Ноғман Сөләймән улының хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә рәхим итегеҙ! Сара 12.00 сәғәттә башлана.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас