1
Муйыл уңғайны быйыл, нәҙегерәк ботаҡтарҙы эйелдерәбеҙ ҙә рәхәтләнеп ашайбыҙ. Ныҡлы бешеп өлгөргән, бал тәме иткән муйылдар ауыҙҙа эреп кенә тора.
Бер суғыраҡ муйылды эйелтеү өсөн ҡайын киҫкеһе өҫтөнә менеп баҫҡайным, ул серек булған, имеш. Өҫтөн ҡаплап торған туҙы уйылды ла аяғым сөрөккә батты. Ағымды тартып алып, ергә һикерергә өлгөрмәнем, бикәлсәйем тәңгәлен беҙ менән сәнсеп алғандай булдылар. Ә инде яланғас аяғыма ниндәйҙер һалҡынса нәмәнең ҡыбырлап бәрелеүен тойғас:
– Йылан!.. Йылан саҡты! – тип ҡотом осоп ҡысҡырҙым да ергә һикерҙем.
2
Һалдат хеҙмәтенә китер алдынан ул бына әле һин ултырған ергә килеп баҫты. Яҙҙың иң матур – бөтә ғаләм йәшеллеккә төрөнә башлаған ғына сағы ине. Минең дә ярһып-ярһып яҙғы һыуҙарҙы диңгеҙгә ҡыуалаған мәл. «Хуш, Зәңгәрһыуым, мин бына һеҙҙе – ер-һыуҙарымды һаҡларға китәм, – тип бышылданы егет. – Һинең бер ус һыуыңды татып ҡарарға һәм шул онотолмаҫ татты үҙем менән алып китергә килдем. Мин һинең ярҙарыңды һағынып-талпынып ҡайтырмын. Хуш, Зәңгәрһыуым!» – тип бер ус һыуыңды эсеп, битен сайҙы ла итеп барҙы.
3
Һай, урманым, урманым, күпте күргән, күпте кисергән урмандарым минең! Һинән башҡа ерҙе, һинән айырып һыуҙы, үҙем һулаған һауаны күҙ алдына килтереп буламы? Һин юҡ икән – ерҙең йәме-күрке юҡ, һин һеңдергән дым бөттөмө – йылғалар ҡорой, һин шифалы һыуыңды сәсмәнеңме, тыны ҡурылыуҙан ерҙә әҙәм заты ҡалмаҫ ине.
4
Аллаһы тәғәлә ҡыҙыҡ ҡына итеп яралтҡан шул был донъяны: бер йән эйәһе лә башлыҡһыҙ көн күрә алмай. Яманмы, яҡшымы – уларға башлыҡ кәрәк. Йылҡыларҙа – өйөр айғыры, күстә – ҡорт инәһе, ҡырмыҫҡаларҙа – иләү башлығы, кешеләр өсөн – батша, президент, император, хан, король...
5
Иртәгеһенә бесән йыя барайыҡ тип ҡапҡанан сыҡһаҡ, урамдан Нажар ҡарт һыбай елеп килә. Алыҫтан мине күреп:
– Бына ҡайҙа икән ул, ҡасҡалаҡ малай! – тип ҡулындағы сыбыҡ остоғо менән янай. Мине юғалтып, эҙләргә сыҡтымы икән ни? Нажар ҡарт эргәбеҙгә килеп етте лә дөп итеп ергә һикерҙе.
– Ҡотто алдың бит, улым. Ни булды һиңә? Ниңә әйтмәй-нитмәй төнөн ҡайтып киттең? – Ул әле миңә, әле әсәйемә ҡарай. – Тәҡәт ҡороно бит. Уйламаған уйым ҡалманы, ахырыһы, бында тороп саптым.
Ни эшләйһең инде, бөтәһен дә һөйләп бирергә тура килде.
6
Хыял итергә кәрәк, тиҙәр. Хыял кешегә йәшәү көсө өҫтәй, хыял яҡты уйҙарыңды, оло маҡсаттарыңды ысынбарлыҡ итергә ҡанат ҡуя, тиҙәр. Хыялһыҙ кеше – ярты кеше ул, тип ебәргәндәрен дә ишеткәнем бар. Ә хыялың әҙәм балаһын аҡылынан яҙҙырып ҡуйғанын да беләһегеҙме?
Факил МЫРҘАҠАЕВ әҙерләне.
Юлай Кәримов фотоһы.